Грек сәтләүеге файҙалы икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Ә бит уның ҡабығын да ҡулланырға була икән. Әйтергә кәрәк, баҡсасылыҡта грек сәтләүеге тышына ҡулланылыш күп, тип билдәләй белгестәр. Мәҫәлән, ағас, йәки гөл төптәренә һалып дым тотҡарларға була. Шулай уҡ яндырып көлөн үҫемлектәргә һипһәң, бик шәп ашлама!
Бүлмә гөлдәрен ултыртҡанда, дренаж өсөн көршәк төбөнә һалып ҡалдыралар. Ә бына гөлдәрҙең төбөнә теҙеп сыҡһаң, беренсенән, тупраҡ тиҙ генә кибеп китмәйәсәк, үҫемлеккә һыуҙы аҙыраҡ һибергә кәрәк буласаҡ. Икенсенән, гөлдөң ере тиҙ арала яҡшыра башлай, сөнки сәтләүек ҡабығында бактерицидлы матдәләр бар, шул иҫәптән йод. Һыу һипкән һайын улар, аҙ ғына миҡдарҙа бүленеп сығып, тупраҡты "һауыҡтырып" торасаҡ. Өҫтәүенә, ташбаҡаға оҡшаған грек сәтләүеге ҡабыҡтары бүлмә гөлдәренә йәм дә биреп тора әле!
Фото pixabay.com