Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2022, 22:45

Матбуғат агентлығы ла хәйриә акцияһына ҡушылды

Ведомство хеҙмәткәрҙәре бер көнлөк эш хаҡын Луганск халҡына ярҙам өсөн күсерҙе.

Матбуғат агентлығы ла хәйриә акцияһына ҡушылды
Матбуғат агентлығы ла хәйриә акцияһына ҡушылды

Бөгөн “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Максим Ульчев үҙенең һәм коллегаларының Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына ярҙам акцияһына ҡушылыуҙары тураһында яҙҙы.

“Бер көнлөк эш хаҡын хәйриә ярҙамы итеп күсерҙек, – тип белдерҙе ул.– Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаты алыштар алып барған.

Башҡортостан Луганск менән Донецкиға иң әүҙем  ярҙам иткән биш төбәк иҫәбенә инә. Беҙҙең колонналарҙағы фуралар легендар командир, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың рәсеме менән айырылып тора. Журналистарыбыҙҙың патриотик теманы әүҙем яҡтыртҡанын билдәләргә кәрәк, хәбәрселәр ике республикала ла командировкаларҙа булды. Дөрөҫ мәғлүмәтле репортаждары өсөн уларға ҙур рәхмәт!

Беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә, татыулыҡта. Хәҙер бер-беребеҙгә булышлыҡ ҡылыу, ЛХР һәм ДХР халҡына ауыр мәлдә ярҙам итеү айырыуса мөһим. Коллегаларымды ла хәйриә акцияһына ҡушылырға саҡырам!”

Реквизиты Фонд Социальных целевых программ для перечисления средств:

ИНН 0274900243

КПП 027401001

ОГРН 1090200001825

ОКПО 61164359

ОКАТО 80401000000

адрес: 450078, г. Уфа, ул. Цюрупы, 17

р/с 40703810006000000514

в Башкирском отделении №8598 ПАО Сбербанк

к/с 30101810300000000601

БИК 048073601

Тел: (347) 2463876

Аҡсаны күсерер алдынан асыҡ оферта шарттары менән танышырға кәрәк.

Фото: М. Ульчевтың сәхифәһенән (vk.com/maximulchev)

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: