Теүәл 100 йыл элек, 2022 йылдың 19 майында, Советтар Союзында пионерҙар ойошмаһы ойошторолған.
Беҙҙең быуын был байрамды һағынып иҫкә ала. Тантаналы митингтар, ҡыҙыл галстуктар, "Һәр ваҡыт әҙер!" тип ант биреүҙәр, көслө горн тауышы, дәртле барабан ҡағыуы... Тау башында костер яғыуҙар, усаҡ янында гармун тартып бейеүҙәр, йырлауҙар, шиғыр һөйләүҙәр...
Бөгөн Ейәнсура районы Ибрай ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре, "Һүрәм" ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары ошо байрамды бик ихлас үткәрҙе. Бала саҡҡа ҡайтып әйләнгәндәй булғандарҙыр элекке пионер активистары. Һеҙ был юбилей датаһын нисек үткәрҙегеҙ, иҫкә алдығыҙ, дуҫтар?
Фото: "Ейәнсура таңдары" төркөмөндәге видеояҙманан скриншот.