Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2022, 11:30

Радий Хәбиров яҡташтар менән осрашты

Үзбәкстанда күп һанлы башҡорт диаспораһы – бер нисә тиҫтә мең кеше йәшәй.

Радий Хәбиров яҡташтар менән осрашты
Радий Хәбиров яҡташтар менән осрашты

18 майҙа Ташкентта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстанда йәшәгән башҡорт диаспораһы вәкилдәре менән осрашты.

– Һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын. Беҙ бында Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәр булдырыу, етди эш өсөн иҡтисади күпер һалыу маҡсатында ҙур  делегация менән килдек, – тине Радий Хәбиров. – Бында беҙҙең бизнесҡа, иҡтисадҡа һәм халҡыбыҙға кәрәк нәмәләрҙең күп булыуын аныҡ беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Үзбәкстандағы дуҫтарыбыҙға үҙебеҙҙең дә тәҡдимдәребеҙ бар. Беҙ бында оҙаҡҡа килдек.

Быға дәлил – Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле офисын асыу.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәренең береһе – Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында даими транспорт бәйләнешен ойоштороу.

– Өфөнән Ташкентҡа һәм Наманганға самолеттар оса, тик аҙнаһына бер генә тапҡыр. Был кешеләр өсөн уңайһыҙ, шуға күрә тағы ла ике авиакомпания менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Тағы ла коронавирус пандемияһы арҡаһында ваҡытлыса туҡтатылған Өфө–Ташкент һәм Өфө–Андижан поездарын кире ҡайтарыу өсөн “Рәсәй тимер юлдары” һәм “Узбекистон темир йуллари” компанияһы менән эш алып барабыҙ.

Башҡортостан етәксеһе Үзбәкстан Президенты Шәүкәт Мирзиёевҡа һәм ил етәкселегенә ошонда йәшәгән халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың мәҙәниәтен, телен, йолаларын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырғанға рәхмәт әйтте.

– Үзбәкстанда күп һанлы башҡорт диаспораһы – бер нисә тиҫтә мең кеше йәшәй. Шул уҡ ваҡытта улар Башҡортостанды ла үҙенең ватаны тип иҫәпләй, беҙҙе был бигерәк тә ҡыуандыра, – тине ул.

Республика Башлығы  Башҡортостан менән Үзбәкстан мөнәсәбәттәрендә мәҙәни хеҙмәттәшлеккә лә ҙур иғтибар биреүен билдәләне. Мәҫәлән, Башҡортостандың ижади коллективтары Үзбәкстанға гастролгә килергә әҙер. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ла тамашасыларға спектаклдәрен тәҡдим итәсәк.

Үзбәкстандың Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр менән дуҫлыҡ бәйләнештәре комитеты рәйесе Рөстәмбәк Ҡорбанов Башҡортостандың рәсми делегацияһы сәфәренең Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгенең 30 йыллығы менән тап килеүе тураһында белдерҙе. Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Мальгинов күптән түгел ике илдең дипломатик мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килеүҙең 30 йыллығын билдәләүе тураһында һөйләне. Үзбәкстандағы Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгенең аҡһаҡалдар советы рәйесе Рим Ғиниәтуллин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында әйтте. – Радий Фәрит улы, һеҙгә ошо осрашыу һәм башланғыстарығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ, – тине ул. – Һеҙ – Башҡортостандың беҙҙең менән туранан-тура аралашҡан тәүге етәксеһе.

Рим Ғиниәтуллин шулай уҡ 11 октябргә, Башҡортостан Республика көнөн билдәләгән осорға, Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгенең “Үзбәкстанда башҡорттар” китабын сығарырға ниәтләүен дә телгә алды.

Радий Хәбиров үҙәк әүҙемселәренә мөһим байрамдарҙы онотмаған өсөн рәхмәт әйтте һәм быйыл Республика көнөнә БДБ илдәрендә йәшәгән һәм танылыу яулаған ватандаштарҙы Өфөгә йыйыу теләген белдерҙе.

Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге советы рәйесе Ринат Гуляев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡа илдәрҙә йәшәгән милли диаспоралар өсөн бүлгән гранттарҙан әүҙемерәк файҙаланырға тәҡдим итте. Башҡорт Хөкүмәтенең тәүге рәйесе Юныс Бикбовтың ейәнсәре Эльмира Сәлихова Радий Хәбировтан 2023 йылда олатаһы, күренекле дәүләт эшмәкәренең тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған саралар күҙалланамы, тип ҡыҙыҡһынды.

– Был мәсьәләгә беҙ етди ҡарайбыҙ. Башҡортостанда тыуып үҫеп, ситкә киткән күп кенә данлы яҡташтарыбыҙҙың исемдәре ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында хаҡһыҙ онотолған. Күптән түгел Бүздәк районында олатайығыҙҙың көрәштәше Муллайән Халиҡовҡа бюст ҡуйҙыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Өфөлә кире ҡайтарылған исемдәр музейын асабыҙ, һәм унда Юныс Бикбовҡа арналған экспозицияны ла күҙ уңында тоторбоҙ.

Сәнғәт белгесе һәм костюмдар буйынса рәссам Гөлнара Ишморатова Үзбәкстанда Башҡортостан Милли музейы күргәҙмәһен, шулай уҡ башҡорт милли кейеме буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ойошторорға тәҡдим итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай оҫталыҡ дәрестәрен “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” предприятиеһы белгестәре үткәрә алыр ине.

Осрашыуҙың аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге һәм башҡа милли йәмәғәт берекмәләре әүҙемселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: