Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2022, 13:30

“Яҡты тойғолар, ҙур өмөттәр менән ҡайтып китәбеҙ”

Радий Хәбиров рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәренә яҡынса йомғаҡ яһаны.

“Яҡты тойғолар, ҙур өмөттәр менән ҡайтып китәбеҙ”
“Яҡты тойғолар, ҙур өмөттәр менән ҡайтып китәбеҙ”

18 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә республика рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәренә яҡынса йомғаҡ яһаны.

– Бөгөн беҙ делегациябыҙҙың өс көнлөк рәсми сәфәрен тамамлайбыҙ. Ул йөкмәткеле булды. Беҙ Үзбәкстандың өс тәбәгенә – Ҡарағалпаҡстанға, Сәмәрҡәндкә, Ташкентҡа барҙыҡ. Ил етәкселәре менән бер нисә осрашыу үткәрҙек. Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Ниғмәт улы Арипов менән үҙ-ара эшмәкәрлек мөмкинлектәрен ентекле тикшерҙек, – тине Радий Хәбиров. – Үзбәкстанға беҙ рәсми делегация менән генә килмәнек, беҙҙең менән шулай уҡ –бизнесмендар, Башҡортостандың 70-тән ашыу предприятиеһы вәкиле.

Радий Хәбиров Үзбәкстанда йәшәгән ватандаштар менән осрашыу, уларға башҡорт телен өйрәнеүҙә, милли кейемдәр менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү, ижади коллективтар менән алмашыу ниәте тураһында ла һөйләне.

– Был өс көн йылылыҡ, ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ менән һуғарылды. Яҡты тойғолар, Башҡортостан менән Үзбәкстан төбәктәре араһындағы хеҙмәттәшлек артабан да нығыр тигән ҙур өмөттәр менән ҡайтып китәбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: