Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 13:09

Бал мул булыр тип өмөтләнәләр

Стәрлебаштар беренсе булып үҙ ассоциацияһын төҙөй.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Стәрлебаш районында йәмғеһе 3 735 умарта иҫәпләнә. Ҡортсоларҙың күпселеге шәхси хужалыҡ менән йәшәй. Йыл һайын районда яҡынса 800 центнер бал етештерелә. Стәрлебаштар республикала тәүгеләрҙән булып үҙ ассоциацияһын төҙөй. Был ойошманы тәжрибәле умартасы Александр Ермилов етәкләй.

Ермиловтарҙың утары Булаш ауылында урынлашҡан. Әлфирә Ғәбил ҡыҙы менән Александр Иванович инде утыҙ йылдан ашыу ҡорт тота.

– Быйыл ҡорттар һәйбәт ҡыш­ланы. Йәмғеһе 70-тән ашыу умарта сығарып ҡуйҙыҡ. Ауылыбыҙ матур урында урынлашҡан. Йортобоҙ ауылдың ситендә генә. Сәскәле туғайҙан һуң йүкә урманы башлана. Урындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы былтыр баҫыуҙа ҡара­бойҙай сәсте, ҡорттар рәхәтләнеп шунан бал йыйҙы. Бер умартанан яҡынса 28 – 30 килограмм бал алдыҡ. Быйыл да уңыш мул булыр тип өмөтләнәбеҙ, – тип һөйләй ҡунаҡсыл хужалар.

Александр Ермилов сығышы менән Белорет районынан. Баш­ҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Стәрлебаш училищеһында уҡы­тыу­сы булып башлай. 1986 йылда Киров исемендәге колхоз етәксеһе, унан Иҫке Ҡалҡаш ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡара. Бер тиҫтә йылдан ашыу төрлө вазифалар биләгәндән һуң, тәжрибә туплаған белгесте Стәрлебаш райо­ны хакимиәте башлығы урын­баҫары итеп тәғәйенләйҙәр.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та Александр Иванович ҡул ҡаушырып ул­тырыуҙы өнәмәй. Белемен һәм тәжрибәһен умартасылар ассоциа­цияһының эшендә файҙалана.

– Бөгөн умартасыларҙы борсо­ған проблемалар етәрлек. Уларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итеү мөһим. Тәү сиратта райондың ауыл хужалығы тармағы менән умартасылар араһында һәйбәт бәйләнеш булдырыу. Был йәһәттән беҙ уңышҡа ирештек. Төрлө эшкәртеүҙәр алдынан аграрийҙар умартасыларҙы иҫкәртеп ҡуя. Башҡа тарафтарҙан бал ҡорттары индереү, уларҙың ауырыуҙары буйынса даими рәүештә һөйләшеүҙәр алып ба­ра­быҙ, иҫкәртеү саралары үткәрәбеҙ. Башҡортостан дәүләт аграр университеты нигеҙендә тәжрибәһен арттырып, умартасылыҡты ныҡлап өйрәнергә теләгән хеҙмәттәш­тәребеҙгә курстар үтеүҙә ярҙам итәбеҙ һәм башҡа мәсьәләләрҙә булышабыҙ, – ти Александр Ермилов.

Ермиловтарҙың умарталығында бер минутҡа ла эш туҡтамай. Бал ҡорттары геү килеп кәрәҙҙәрҙе тултыра. Александр Иванович һәр күс менән һөйләшеп, хәлдәрен белеп, тикшереп тора. Умартаның ҡай­һы­һы бөгөн ниндәй кәйеф менән уянғанын да тойомлай ул. Әлфирә Ғәбил ҡыҙы баҡсаһында эш менән була. Йәшелсә-емешен дә мул сәсә, сәскәләренә лә иғтибар бүлеп, бал ҡорттары яратҡандарын һайлап ултырта ул.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

 

Стәрлебаш районы.

Читайте нас: