

Мари-Мәнәүез ауылы халҡы шәфҡәт туташы Анюта Андрееваны үҙ итеп “беҙҙең Анюта” тип йөрөтә. Ошонда 47 йыл буйы эшләп, һәр ауылдашын биш бармағындай яҡшы белгән, һәммәһенә лә тиерлек медицина ярҙамы күрһәткән шәфҡәт туташын хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Башҡа төбәктәрҙә, ауылдарҙа медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ булғанда, мари-мәнәүездәр бындай хәлде белмәй, фельдшерһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтермәй.
Анюта Сергеевна, ауылдаштарының сирҙәрен белеүҙән, дауалауҙан һәм ярҙам күрһәтеүҙән тыш, һәр береһенең холоҡ-фиғелен дә яҡшы үҙләштергән. Кемгәлер йылы һүҙен йәлләмәһә, икенсеһенә тауышын күтәрергә, кемделер өгөтләргә тура килә. Илеш районы хакимиәтендә алдынғы, халыҡ абруйын яулаған медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында һүҙ сыҡҡас, бер ауыҙҙан: “Анюта Сергеевна – беҙҙең иң тәжрибәле, яҡташтарының оло хөрмәтенә лайыҡ шәфҡәт туташыбыҙ. Ул булмаһа, вакцина яһатыу планын үтәүе ауырға төшөр ине, халыҡтың уға ышанысы ҙур, белгесте тыңлайҙар”, – тип, күптән хаҡлы ялда булһа ла, яратҡан һөнәрен уңышлы дауам иткән яҡташтарын телгә алды.
Ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктын 2019 йылда капиталь ремонт үткәреп яңыртҡандан һуң, эш шарттары күҙгә күренеп яҡшырған: бинаға һыу индерелгән, бүлмәләр йылы, тейешле ҡорамалдар алынған. Бер быуатҡа яҡын бер урында эшләп, әле лә тынғылыҡ белмәйенсә, пандемия ябырылған ҡатмарлы осорҙа һөнәрен ташламайынса ауылдаштарына тәүге ярҙамды күрһәтергә ашыҡҡан Анюта Сергеевнаның “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүе юҡҡа түгел. Вакцина яһатыу осороноң бик һүлпән, ауыр башланыуын ул йәшермәй.
“Уйҙырмалар, ауыл эсендә йөрөгән төрлө хәбәрҙәр прививкаға ҡаршы булғандарҙың һанын арттырҙы. Береһенә ҡаланан ҡайтҡан ҡыҙы яһатмаҫҡа ҡушҡан, икенсеһе уның зыяны тураһында интернетта уҡыған... Кешеләр үҙ теләге менән пунктҡа килмәгәс, йорт буйлап сығып киттем. Телефондан шылтыратып ҡына һөҙөмтә булмауын аңланым. Тәүҙәрәк аңлата торғас, тамаҡ төбө кибеп, тауыш ҡарлығып киткән ваҡыттар булғыланы. Ситтә эшләп, аҙнаға бер тапҡыр ҡайтҡандарҙы тура килтереү еңел түгел, шулай ҙа улар менән уртаҡ тел таптыҡ.
Аңлатыу эштәрен киң йәйелдерҙек, бындай осраҡта лектор булмай сара юҡ. Ялған хәбәр таратыусылар бер заман бик ныҡ көсәйеп китте бит, шулай ҙа халыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең һүҙенә ышанды. Ревакцинация яһатҡан һәм ойошмаларҙа прививка эшләткәндәрҙең иҫәбен алып барабыҙ. Өҫтәүенә киҙеүгә ҡаршы прививка ҡаҙатыуҙы ла һәр саҡ уңышлы ойошторабыҙ. Иркендә, үҙ йортонда йәшәп өйрәнгән халыҡ сирҙең үтә йоғошло, хәүефле булыуын аңлап етмәй, шуға күрә һәр кем менән һөйләшеп аңлашырға кәрәк”, – ти Анюта Андреева.
Мари ҡыҙы башҡорт, татар, рус, мари телдәрен күптән үҙ иткән, шуға күрә ололар менән тиҙ уртаҡ тел таба. Тормошонан да ҡәнәғәтлек кисереп йәшәй, иптәше Алексей менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер Андреевтарҙы алты ейән-ейәнсәре һөйөндөрә.
Динә АРЫҪЛАНОВА.
Илеш районы.