Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 15:24

Ейәнсураларҙың даны бар

Район тураһында ҙур энциклопедия әҙерләнә.

Юлай Кәримов фотоһы.
Фото:Юлай Кәримов фотоһы.

Өфөлә төпләнгән Ейәнсура районы кешеләренең осрашыуы 2019 йылға хәтлем йыл да ойошторолдо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия арҡаһында йыйын бер нисә йыл рәттән үткәрелмәне. Ниһайәт, быйыл бар тәбиғәт татлы йоҡоһонан уянған мәлдә “Ейәнсура яҡташтарҙы берләштерә” тигән осрашыу Өфө ҡалаһының “Ҡала мәҙәни-ял үҙәге”ндә (элекке “Химик” мәҙәниәт һарайы) булды. Уны Ейәнсура районы хакимиәте менән “Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы уҙғарҙы.

Өфөгә Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов етәкселегендә мәртәбәле делегация килгәйне, артистары иһә ҙур коллективҡа торошло. Ул көндә мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел ине. Уның байрамса биҙәлеүе, дәртле моңдарға күмелеүе, күргәҙмә эшләүе – шуға асыҡ миҫал. Гөлфиә Вәлитова (кейеҙ), Гөлсирә Ҡолғарина (шәл), Гөлзиә Татлыбаева (түшелдерек), Зилбәр Иҙрисова (талҡан) һәм башҡа оҫталар тауарҙарын килтергән. Алтын ҡуллы, белмәгән һөнәрҙәре юҡ икән, тип һоҡланды өфөләр.

Ейәнсураларҙың аралашыуға, һөйләшеүгә һыуһауы йөҙҙәренә сыҡҡан. Сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Илшат Хановты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсуринды күреү шатлыҡлы ине. Бынан тыш, кисәлә Тәтешле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әлфиә Шәйнурова, Өфө ҡала­һының Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Бикембәтов һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.

Бүтән йылдар менән сағыш­тырғанда, сара эшлекле форматта ойошторолдо. Башта “Хәтер мәң­гелек”, “Атайсал һәм кесе тыуған яҡ”, “Йәштәр – беҙҙең тренд” тигән түңәрәк өҫтәлдәр эшләне.

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов билдә­ләүенсә, Тыуған илебеҙҙең сәскә атыуы, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн ал-ял белмәй эшләгән шәхестәребеҙҙең исеме хәтерҙән юйылырға тейеш түгел. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙе онотмау, һәр береһенең ҡаҙанышын ҙурлай белеү – төп маҡсатыбыҙ. Ә йәш быуынды улар өлгөһөндә тәр­биәләргә бурыслыбыҙ. Ҡайһы саҡта кескәй генә ыңғай миҫал да оло әһәмиәткә эйә.

Районыбыҙҙа тыуып үҫкән данлыҡлы шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү буйынса мәсь­ә­ләләр һөйләшеүгә сығарылды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән быйыл күренекле совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1967 йылдан 1990 йылға тиклем Башҡорт АССР-ының Юғары советы президиумы рәйесе булған Фәйзулла Солтановтың (Байдәүләт ауылынан) тыуыуына 100 йыл тулыу киң билдәләнәсәк.

– Фәйзулла Вәли улын оноторға хаҡыбыҙ юҡ, – тине Дәмин Марат улы. – Уның 100 йыллығына, барыһы менән дә кәңәшләшеп, исемен йөрөткән белем усағы биләмәһенә бюст ҡуйырға уйлай­быҙ, был урынды һәр кемде үҙенә тартып торорлоҡ итеп эшләү зарур.

Бөгөн район үҙәге Иҫәнғолдағы 3-сө мәктәп Фәйзулла Солтанов исемен йөрөтә. Былтыр күмәк көс менән данлыҡлы шәхескә музей асылған. Районға юлығыҙ төшә ҡалһа, уны инеп ҡарай алыу мөмкинлеген, ишектең һәр саҡ асыҡ булыуын билдәләне хакимиәт башлығы.

Указға ярашлы, музейҙа экспозиция эшләйәсәк, ҡәбере тәртипкә килтереләсәк,  шулай уҡ Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә Фәйзулла Солтановтың исемен биреү тәҡдиме индереләсәк. Светлана ханым, Фәйзулла Солтановтың ҡыҙы, ғәзиз кешеһенә ҡарата иғтибар булғаны өсөн барыһына ла рәхмәт әйтте.

Ейәнсура районы, ғөмүмән, абруйлы шәхестәргә бик бай. Фән докторҙары ла, артистар ҙа, уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа етерлек. Мәҫәлән, Ғүмәр Ҡыуатов һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә иҫ киткес ҙур эштәр башҡарған. Республика клиник дауаханаһы әле уның исемен йөрөтә, әммә уның Ейәнсура кешеһе икәнен белеүсе­ләр һирәк. Ғүмәр Ғәлим улының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән дауахана биләмәһендә аллея булдырып, бюсын ҡуйыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы баш табибының беренсе урынбаҫары Илдус Зәйетов был тәңгәлдә ярҙам итәсәген белдерҙе.

Осрашыуҙа иһә Ейәнсура райо­нының ветерандар советы рәйесе Марат Түләбаев, педагогия ветераны Юлай Солтанбаев, “Дельрус” йәмғиәтенең генераль директоры Юлай Мәһәҙиев Башҡорт АССР-ының Юғары советы президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов, ғалимдар Мөхтәр һәм Азамат Әхтәмовтар, йырсы Иншар Солтанбаев, геолог Басир Мәһәҙиев һәм башҡа күренекле яҡташтары­быҙҙың исемен мәңгеләштереү буйынса теләктәрен  еткерҙе.

“Атайсал” проекты хаҡында ла фекер алышыу булды, тәҡдимдәр әйтелде. Шул иғтибарға лайыҡ: проект – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Ул ошо идея тураһында 2019 йылдың ноябрендә Ишембай районының Һайран ауылына сәфәрендә әйткәйне.  Республикала ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең яҡташтарына, бәләкәй Ватанына ярҙам итеү системаһы булдырылыуы – шуға асыҡ дәлил.

Меценат Хәйҙәр Ғайсинды кемдәр белмәй?! Хәйҙәр Миңшәрип улының ҡасандыр “киләсәге юҡ” тип бөтөрөлгән тыуған ауылы Ҡарабәрҙегә икенсе ғүмер биреүе һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ. Әле бында бер нисә йорт барлыҡҡа килгән. Өҫтәүенә, эшҡыуар “Ҡара­бәрҙе” тигән турист базаһы төҙөгәс, был яҡтарға килеүселәр артҡандан-арта.

Ейәнсура районында төҙөк­ләндереү кеүек изге эштәр эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Һуңғы йылдарҙа 26 мәсеттең төҙөлөүе, өс йыл эсендә генә 50-нән ашыу шишмәгә икенсе һулыш бирелеүе күпте һөйләй. Был юҫыҡта бай тәжрибәгә эйә Һаҡмар ауыл биләмәһе хакимиәте баш­лығы Наил Яҡшығолов сығыш яһаны. Ул эшҡыуар Леонид Егоров менән ауылдарҙы төҙөкләндереү, шишмәләрҙе таҙартыу йүнәлешен­дә байтаҡ эш башҡарған. Халыҡҡа яҡын булһаң, эшҡыуарҙар менән “бер тулҡында йөҙһәң”, бағыусылыҡ йүнәлешендә бер ниндәй ҙә ҡы­йынлыҡтың булмауын билдәләне Наил Сәмиғулла улы.

Дамир Яҡшым­бәтов иһә үҙенең уй-тәҡдимдәрен еткерҙе. Ул тиҙҙән “Магнитогорск – Ира” автомобиль юлы үткән Таҙлар ауылы эргәһендә бейек тауҙың итәгендә “Үҫәргәндәр ере” тигән яҙыу буласағына ышан­дырҙы.

Йәштәр темаһына баҫым яһап, Дәмин Юланов былай тине:

– Йәштәр – беҙҙең киләсәк. Белгестәрҙе тыуған яғына эшкә ҡайтарыу – өҫтөнлөклө йүнәлеш­тәрҙең береһе.

Эшлекле аралашыуҙа тәүҙә Дәмин Марат улы райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныш­тырҙы, инвесторҙар йәлеп итеүҙең һәр йәһәттән дә отошло булыуы хаҡында миҫалдар килтерҙе. 

Хакимиәт башлығы белдереүен­сә, Өфөләге “Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы – йәнтөйәгебеҙ менән Өфө ҡалаһында ғүмер иткән ра­йондаштар араһында ныҡлы күпер. Ул –  тыуған яғыбыҙҙың йөрәк тибешен тойорға мөмкинлек биргән үҙәк. Әлбиттә, һәр райондың яҡташтар ойошмаһы бар. Улар араһында ейәнсуралар һәр ваҡыт ойошҡанлығы менән айырыла. Ойошма бихисап һөнәр эйәләрен, төрлө яҡтарҙағы яҡташтарыбыҙҙы берләштерә. Уртаҡ тарихыбыҙ, донъя кимәлендә мәшһүр шәхес­тәребеҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ һәм, әлбиттә, атайсалыбыҙ бар.

Дәмин Юланов быйыл 80 йәш­лек юбилейын билдәләгән яҡта­шыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙы ҡотланы һәм, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юллама биреп, матур бүләк яһаны. Шулай уҡ “Атайсал” проектында еңгән Юлай Солтанбаевҡа, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының “Ҡала мәҙәни-ял үҙәге” мәҙәниәт һарайы директоры Рәсүл Ҡарабулатовҡа, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынба­ҫары Нәфисә Тулыбаеваға, Баш­ҡортостан юлдаш телевидениеһы етәксеһе Шамил Ишемйәровҡа, һүҙ оҫтаһы Йәмил Ишмөхәмәтовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр бирҙе.

“Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы рәйесе, Өфө ҡалаһының 158-се башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Азат Аҡманов әйте­үенсә, ил һәм халыҡ ғәме менән янғандар ысын шәхес кимәленә күтәрелә, ә үҫәргәндәр араһында ундайҙар бихисап. Фән докторҙары, сәнғәт әһелдәре, күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре нәҡ үҙҙәренең эше менән абруй ҡаҙанған, юғары уңыштар яулаған.

Азат Азамат улы күркәм юби­лейҙарын билдәләгән яҡташтары­быҙҙы – “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәковты, биология фәндәре кандидаты, Өфө урман-техник техникумы ҡара­мағындағы “Лимонарий” дәүләт учреждениеһының мөдире Фәриҙә Садиҡованы һәм башҡаларҙы тәбрикләне. Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған медицина фәндәре докторы Хәсән Мырҙа­баевҡа, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге пре­мия лауреаты, әҙибә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға, йырсылар – Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Ишемйә­роваға, Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы Заһир Иҫәнсу­ринға артабан да уңыштар теләне.

Тағы бер ҙур мәсьәлә тураһында фекер алышыу булды – Ейәнсура районы тураһында энциклопедия китабын әҙерләүгә яуаплы кешеләр тәғәйенләнде.

Аҙаҡтан ҙур концерт күрһәтелде. Нәжметдин Хәсәнов исемендәге ҡурайсылар ансамбле ҡурай моңон ишеттерҙе, йырсы Фәнүр Тоҡом­бәтов, Вафа Мәүлетов йырҙары менән күңелдәрҙе күтәрҙе, Гөлзиә Татлыбаева бейеп күрһәтте. Уларға Өфөнән йырсылар Лилиә Ишемйәрова, ҡурайсылар Артур Ғайсаров, Роберт Йылҡыбаев ҡушылды. Ҡыҫҡаһы, Ейәнсура таланттары әҙерләгән матур концерт олоһона ла, кесеһенә лә оҡшаны.

 

Илдар АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас: