Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 19:00

Хәйбуллалар туғыҙ егетте оҙатты

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов: "Хәйбулла ере улдарын һағынасаҡ, уларҙың тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәсәк".

Хәйбуллалар туғыҙ егетте оҙатты
Хәйбуллалар туғыҙ егетте оҙатты

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бөгөн иртәнсәк туғыҙ егетте сроклы хеҙмәткә оҙатыуҙары тураһында яҙҙы.

"Изге йолабыҙҙы дауам итеп, хәрби хеҙмәткә юлланған егеттәрҙе күмәкләп оҙаттыҡ. Уларҙың атай-әсәйҙәре, дуҫтары, туғандары килгәйне.

Хәйбулла егеттәре хәрби хеҙмәттең бар ауырлыҡтарын лайыҡлы үтер һәм өйҙәренә ысын ир-егет булып ҡайтыр, тип ышанам. Хеҙмәт итеү урындары республика йыйылыу пунктында асыҡланасаҡ, унда егеттәрҙе төрлө ғәскәрҙәргә билдәләйәсәктәр. Хәйбулла ере улдарын һағынасаҡ, уларҙың тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәсәк.

Уңыштар һеҙгә, егеттәр! Ә беҙ һеҙҙе өйҙә көтәсәкбеҙ! Һаулыҡ, көс, тырышлыҡ, хеҙмәттә ҡаҙаныштар теләйбеҙ!" – тип яҙҙы Рөстәм Шәрипов.

Билдәле булыуынса, әле илдә яҙғы саҡырылыш кампанияһы бара. Ошо көндәрҙә республикала егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыуҙар башланды. Ватанды һаҡлау – һәр егеттең изге бурысы. Егеттәребеҙ ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәп, иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтһын, тип теләйбеҙ.

Фото: Рөстәм Шәриповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.    

Хәйбуллалар туғыҙ егетте оҙатты
Хәйбуллалар туғыҙ егетте оҙатты
Хәйбуллалар туғыҙ егетте оҙатты
Хәйбуллалар туғыҙ егетте оҙатты
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: