

"Ете ҡыҙ" фонтаны башҡорт халыҡ легендаһына нигеҙләнеп эшләнгән. Диаметры — 18 метр, авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты скульптор Хәниф Хәбибрахманов.
"Ете ҡыҙ" башҡорт халыҡ йыры шундай легенда нигеҙендә тыуған: борон ете ҡыҙҙы ҡаҙаҡ далаларына урлап алып киткәс, ҡасмаһындар өсөн, уларҙың табандарын ярып, ҡыл һалалар. Әммә ҡыҙҙар барыбер тыуған яҡтарына ҡасып китә. Арттарынан ҡыуа төшкәс, үлемде өҫтөнөрәк күреп, улар күлгә ташлана һәм батып үлә. Уларҙың фажиғәле вафатынан һуң күктә ете йондоҙҙан торған Етегән ҡабына.
Фото: www.pinterest.ru