Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 13:24

Иң күп ярҙам итеүселәр – Стәрлетамаҡта

“Мөхәмәтсәлим” мәсете дини байрамдарҙа ҡала халҡын ҡабул итә лә инде.
“Мөхәмәтсәлим” мәсете дини байрамдарҙа ҡала халҡын ҡабул итә лә инде.

Башҡортостанда бына инде йылдан ашыу “Атайсал” проекты уңышлы эшләп килә, яҡташтар үҙҙәренең кендек ҡаны тамған ерендәге йәшәйешкә ярҙам итә. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһы айырыуса иғтибарға лайыҡ.

– Стәрлетамаҡ – республикала “Атайсал” проекты буйынса лидерҙар рәтендә. Мәҫәлән, проекттарҙы тормош­ҡа ашырыуҙа ҡалалар араһында беҙ беренсе урында булһаҡ, дөйөм муниципалитеттар араһында – икенсе, – ти ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Әйткәндәй, меценаттарҙың бер өлөшө ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Был изгелек марафонында Стәрле­тамаҡ ҡалаһынан йәмғеһе 948 проект теркәлгән, унда 350 яҡташ 25 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән.

Мәҫәлән, эшҡыуар Салауат Яппаров әлеге мәлдә ҡаланың көнбайыш өлө­шөндә “Мөхәмәтсәлим” мәсетен төҙөү менән мәшғүл. Төҙөлөш 2012 йылда башланһа ла, финанс ауырлыҡтары булыу сәбәпле, был эш бер нисә тапҡыр туҡтап ҡала, шулай ҙа һуңғы ваҡытта эске өлөштө еренә еткереү менән бер рәттән фасадты ла матурлау бара.

Әйтергә кәрәк, Салауат Миҙхәт улы үҙе лә күптән дин юлында. Ул, хаҡ мосолман булараҡ, изге эштәрен ошондай бөйөк бурыс аша ла атҡара. Әлбиттә, 10 миллион һумлыҡ проектты тормошҡа ашырыуға бихисап кеше ярҙам итә.

– Инженер селтәрҙәре эштәре, Иман йортона илткән юл, ихаталарҙы матурлау – башҡараһы эштәр бар әле, – тип пландары менән уртаҡлаша эшҡыуар.

Бынан тыш, тағы бер ҙур проект – ҡаланың тарихи өлөшөндә сауҙагәр Патрикеевтың килем йортон (объект нәҡ шулай атала) тергеҙеү. Был ғәмәлде иһә “Риком” төҙөлөш компанияһы етәксеһе Ринат Райманов үҙ өҫтөнә алған. Проект хаҡы – 130 мең һум. Бинаны төҙөкләндергән хәлдә, ул ҡаланың тарихи өлөшөн биҙәп кенә ҡалмаясаҡ, Стәрлетамаҡта туризмды үҫтереү йәһәтенән дә отошло буласаҡ, сөнки тарихи ҡомартҡылар һәр саҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Хәйер, әле ремонт барған мәлдә үк ҡыҙыҡһыныусылар уны 12 тапҡыр килеп күргән дә инде. Әйткәндәй, яңыртыу эштәре быйыл августа тамамланырға тейеш.

Йорт тарихи ҡомартҡы булып тора, әммә быға тиклем ул авария хәлендә ҡала килде, шуға күрә унда реконструкция үткәреү мотлаҡ. 4,5 метрлыҡ бинаның эсе тимер-бетон конструкциялар менән нығытыласаҡ, әммә эстән дә, тыштан да тарихи биҙәлеш һаҡланасаҡ, бейек аркалы тәҙрәләр, XIX быуатты хәтерләткән стена халыҡты йәлеп итмәй ҡалмаҫ.

– Беҙҙеңсә, был ҡомартҡы ҡаланың тарихи-эшлекле өлөшөнөң бер биҙәге буласаҡ. Тәүге ҡатында 170-се Стәрле­та­маҡ мотоуҡсылар дивизия­һына, ҡала сауҙагәрҙәренә арналған музей эшләй, ҡалған өлөшөндә эшлекле офистар, хатта ресторан урынлаштырыуҙы план­лаштырабыҙ, – ти был хаҡта Ринат Фуат улы.

Йәнә бер айырым ҙур проект, тәү ҡарашҡа, күҙгә салынып та бармаған һымаҡ, әммә әһәмиәте һәм хаҡы буйынса шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Ул – “Уралстройгрупп” төҙөлөш компанияһы генераль директоры Ратмир Фәхриевтең йәйәүлеләр зонаһын матурлауы. Анығыраҡ әйткәндә, 2016 йылда ҡаланың Тыныслыҡ һәм Хоҙайбирҙин урамдары киҫелешендә (шулай уҡ тарихи өлөшө) йәйәүлеләр зонаһы булдырылды. Унда тарихи мираҫ булараҡ теркәлгән йорттар, махсус биҙәлгән биналар урынлашҡан. Әлеге урындан йыраҡ түгел “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһы нигеҙендә сквер ҙа төҙөкләндерелде. Ҡала халҡы был урында ял итергә ярата, хатта никахҡа инеүселәр тантананан һуң нәҡ ошонда килеп фотоға төшә, йәштәр ял итә.

Әммә былтыр йәйәүлеләр зонаһында плитәләрҙең таушалыуы арҡаһында соҡорҙар барлыҡҡа килде, урыны-урыны менән ҡупҡан да ине. Шул саҡ ҡала хакимиәте эшҡыуарға мөрәжәғәт итә лә инде. Ул, шунда уҡ эшкә тотоноп, был проблеманы тиҙ арала хәл итә алды, 500 мең һумлыҡ сығымды үҙ өҫтөнә алып, зонала реконструкция эшләтте.

Әйткәндәй, Ратмир Камил улы пандемия ваҡытында дауаханаларҙы ковидҡа ҡаршы көрәшкә яраҡлаш­тырыуҙа, шулай уҡ ата-әсәһенең тыуған ауылы Ишембай районының Әрмет-Рәхим ауылында ла “Атайсал” проекты нигеҙендә ярҙам күрһәтте. Бында иһә зыяратты тимер ҡойма менән уратыу, тирә-яҡты тәртипкә килтереү һәм балалар майҙансығы урынлаштырыу тураһында һүҙ бара. Майҙансыҡтың проект хаҡы 2017 йылда уҡ 250 мең һум тип билдәләнгәйне.

– Ошо ҡала кешеһе булараҡ, уның үҫешенә һәр яҡлап та өлөш индерергә тырышам. Ҡалабыҙҙың йөҙөн матурлау һәммәбеҙҙән тора, гел дәүләттән, бюджеттан, хакимиәттән генә көтөп ултырыу төптән дөрөҫ түгел, – ти эшҡыуар.

Бындай яҡташтар булғанда, Стәр­летамаҡ ҡалаһының тормошҡа ашы­рыл­ған проекттар буйынса алдынғы булыуына аптырарлыҡ та түгелдер. Һәр кем шулай атайсалын хәстәрләп йәшә­гәндә, тормош та, әлбиттә, алға барасаҡ!

 

Рәмил МАНСУРОВ, “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас в