Быйылғы яҙғы саҡырылышта Әбйәлил районынан 82 егет армияға алынырға тейеш. Кисә район үҙәге Асҡар ауылында тәүгеләрҙән булып әрмегә киткән 12 йәш егетте оҙатыу тантанаһы булды.
Сарала район етәкселеге һәм хәрби комиссариат вәкилдәре буласаҡ ил һаҡсыларына хеҙмәт бурысын лайыҡлы, намыҫлы үтәп, имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләне.
Беҙҙә элек-электән ил һаҡсыһы булған егеттәрҙе армияға хөрмәтләп, лайыҡлы оҙаталар. Әбйәлилдә лә йәштәрҙе оҙатырға килгән кешеләрҙең, туғандарының, яҡындарының күп булыуы был матур йоланың яҡшы һаҡланыуы тураһында һөйләй.
Егеттәребеҙгә уңышлы хеҙмәт һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: “Осҡон” гәзитенән.
Видеояҙма авторы: Руслан Хәлилов.