Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 16:15

Һигеҙенсе тос ылау оҙатылды

Луганск Халыҡ Республикаһында беҙҙән 40 табип һәм шәфҡәт туташы эшләй.

Һигеҙенсе тос ылау оҙатылды
Һигеҙенсе тос ылау оҙатылды

Бөгөн Өфө ҡалаһынан Донбассҡа, Луганск Халыҡ Республикаһына, һигеҙенсе гуманитар ярҙам оҙатылды. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был юлы колонна Луганскиға асфальт-бетон заводын һәм оҫталарҙан торған бригаданы алып барасаҡ.

– Бөгөн Луганск Халыҡ Республикаһында беҙҙән 40 табип һәм шәфҡәт туташы эшләй, улар беҙҙең туғандаш республикаға квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтә, – тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. – Шулай уҡ унда беҙҙең юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге белгестәр, йәмғеһе 30 тирәһе кеше, тир түгә. Алдағы төркөмдә төҙөлөш тармағындағы белгестәр юлланды. Асфальт-бетон заводы иһә юл төҙөлөшөн йылдам алып барыуға булышлыҡ итәсәк. Юлдар әле унда ныҡ кәрәк – йөктө ташыу өсөн дә, ауыл хужалығын тергеҙеү өсөн дә.

Максим Забелин билдәләүенсә, Донбасс республикаларына гуманитар ярҙам күрһәтеү йәһәтенән киләсәккә ҙур пландар ҡуйылған. Уларға мәктәп автобустары, медицина техникаһын оҙатыу, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, төҙөлөш тармағын, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен ярҙамдан өҙмәү кәрәк.

Максим Забелин теләктәшлек белдереүҙәре, “беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән принципҡа тоғро ҡалыуҙары өсөн барыһына ла рәхмәтен еткерҙе, Рәсәй Президентының һәм Башҡортостан Башлығының бөтә йөкләмәләре лә ваҡытында үтәләсәк, тине.

Фото: Башинформ.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: