Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 14:00

"Ирем балабыҙҙы туҡмай..."

Түҙеп йәшәргәме, әллә улымды яңғыҙ тәрбиәләргәме?.. Кәңәш бирегеҙ!

"Ирем балабыҙҙы туҡмай..."
"Ирем балабыҙҙы туҡмай..."

"Ҡәҙимге генә ғаилә булып йәшәп ята инек. Әлегә тиклем үҙемде бәхетле һананым. Әммә иптәшемде алмаштырҙылармы ни - үҙгәрҙе, миңә түгел уртаҡ балабыҙға.

Ирем менән яратышып өйләнештек. Мөхәббәт емешебеҙ – улыбыҙ тыуҙы. Бәләкәсте икәүләп тәрбиәләнек, ирем миңә бар нимәлә ярҙам итте. Әллә ныҡ иркәләнекме икән, тип тә уйлайым хәҙер. Сөнки улыбыҙ еңмеш булып үҫеп килә, үҙенекен таптырып, туҙынып илаған саҡтары йыш була. Үҙенең тиктормаҫ, хәрәкәтсән сағы...

Ирем баланы сабый сағында яратып ҡына тора ине, ә бына хәҙер уға ҡул күтәрә башланы. Дүрт йәшлек улыбыҙҙың ҡылыҡтары уны сығырынан-сығара. Бала мыжый башлаһа, һуғып ебәрергә лә тартынмай. Йәнәһе, ул шулай малайында ир характеры тәрбиәләй.

Ә мин күҙ нурымды йәлләйем. Һуң бит, ситләшеп, ҡурҡа башланы, атаһы булған бүлмәгә яңғыҙы сыҡмай. Ҡурҡмаҫһың да, хатта тел менән дә әйтеп тормай, туҡмаҡ эләктереүе йышайҙы.

Сабыйымды ныҡ йәлләйем, артабан былай йәшәргә ярамағанлығын, нимәлер ҡылырға кәрәклеген аңлайым. Тиран атайҙан баланы алып, айырылырғамы икән әллә, тигән уйҙар хәҙер башымда йыш сыуала. Күрәләтә баланың психикаһын зәғифләткем килмәй.

Икенсе яҡтан, атаһынан айырып, яңғыҙым ир баланы тәрбиәләй алырмынмы, тип тә ҡайғырам. Артыҡ иркәләтәмме икән әллә? Ысын ир-егет итеп тәрбиәләй алмаһам, үҫкәс, улым мине ғәйепләп торһа шунан...

Йәшәүемдең йәме китте, ике ут араһында ҡалдым. Тормош тәжрибәһе булған кешеләрҙең кәңәше кәрәк ине”.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ араһында бындай хәлдә ҡалған йә таныштары араһында ошондай осраҡты белгән кешеләр барҙыр, бәлки. Тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашып, кәңәш бирһәгеҙ ине Өфө районында йәшәгән был йәш ҡатынға.

Фото: tengrinews.kz

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: