Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 10:00

“Ирем тамам аптыратты...”

“Улымды ҡыуып сығарҙың, йүнһеҙ”, - тигән ҡәйнәһе лә.

“Ирем тамам аптыратты...”
“Ирем тамам аптыратты...”

Тормошта ниндәй генә хәлдәр осрамай. Төркөмдәшебеҙ Филүзә һөйләгән хәлгә тарығандар ҙа барҙыр, бәлки. Ҡатын үҙенә кәңәш биреүҙәрен һорай.

Ә хәл былай булған: бер көндө уның ире эштән сирләп ҡайтҡан, тән температураһы күтәрелгән, йүткергән. Табип уға: “Грипп һинең, дауалан”, - тигән.

Быны күргәс, Филүзә иренең икенсе фатирҙа йәшәп тороуын һораған, ҡатын улының сир йоҡтороуын теләмәгән. “Ярай, икенсе торлағыбыҙ булмаһа, бер хәл. Бер бүлмәле фатирыбыҙ бар, шуға тәҡдим иткәйнем, - ти ҡатын. – Теләкһеҙ генә йәшәргә күсенде, баланың һаулығы уның өсөн мөһим түгел кеүек күренде. Бары үҙенә яҡшы булһын...”

Ике аҙнанан һуң Филүзәнең ире өйөнә кире ҡайтҡан, тик ҡатынына үпкәләгән, бер ауыҙ һүҙ өндәшмәгән. Өҫтәүенә ҡәйнәһе лә килененә: “Улымды ҡыуып сығарҙың, йүнһеҙ”, - тип әйтеп аптыратҡан.

Хәҙер ҡатын нимә эшләргә лә белмәй: маҡсаты балаһына сир йоҡтормау ғына булған. “Бары тик яҡшылыҡ ҡына теләгәйнем дә бит”, - ти ул.

Фото: chudo-salon.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: