Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 11:50

Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән

Кисә Туймазы районы ауылдарында иң боронғоһо нәҫел ептәрен барланылар.

Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән
Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән

Туймазы районының Кәкребаш ауылы байрамса төҫ алып, ауыл мәҙәниәт йорто ишектәрен шар асты. Бында мәртәбәле байрам – шәжәрә байрамы үтте. Фойела райондың ҡул эштәре оҫталары менән бергә, үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөгән ауыл халҡы йыйылды. Тәүгеләре оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, ҡул эштәренең серҙәрен һөйләһә, үҙ шәжәрәһен төҙөүселәр нәҫел ептәрен барланы.

Мәҫәлән, Гөлүзә Фәрухшинова - 12 быуын нәҫел шәжәрәһен төҙөүселәрҙең береһе. Был шәжәрәне эшләүгә ғаилә күп көс һалған. Әле иһә уны ҡыуанып тулыландырып торалар, ғаилә байрамдарында элеп, балаларға күрһәтәләр, тарих биттәре менән таныштыралар.

- Тәү сиратта был шәжәрә беҙҙең балалар һәм ейәнсәрҙәр өсөн кәрәк. Ата-бабаларын, туғандарын белгән быуын көслө була. Шәжәрә ағасында урын алған кешенең тормошон барлау, иҫкә алыу рухына доға булып барып етәлер, - ти Гөлүзә Фуат ҡыҙы.

Әлфирә Шәрифйән ҡыҙы Ситдиҡова иһә 40 йыл элек Собханғол ауылына Хәйбулла яҡтарынан килен булып төшкән. Ул “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт йорто етәксеһе, “Иман” фольклор ансамблен булдырған. Әле иһә күргәҙмәгә үҙенең ҡул эштәре менән килгән.

- Пандемия осоро бушҡа үтмәне – яңы һөнәрҙәр өҫтәлде. Тәүҙә ошондай матур ҡурсаҡтар тегергә өйрәндем. Уларға матур итеп милли костюмдар эшләнем. Унан инде ҡул оҫтарып китте. Түшелдерек, һаҡалдарға тотондом. Хәҙер был яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Һәр буш минутымды тегеүгә бағышлайым, - ти Әлфирә Шәрифйән ҡыҙы.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлыҡы йорто, Туймазы районы шәжәрәһе буйынса вәкил Альберт Исмаилдың сығышын ауылдаштары йылы ҡабул итте. Ул тәүгеләрҙән булып шәжәрәне һанлаштырыуға тотонған һәм тәҡдим ителгән шәжәрәләрҙең барыһын да тиерлек интернет киңлектәренә урынлаштырған.

Ауыл аҡһаҡалы, үҙ нәҫеленең шәжәрәһен ентекләп төҙөгән, унан инде ауыл тарихын китап итеп баҫтырып сығарған 84 йәшлек Әнәс Сафуановтың да сығышы бик ҡыҙыҡлы булды.

- Ауылдың атамаһы Ҡыр-Йылан улысынан килеп урынлашҡан Кәкребаш мырҙаға бәйле. Был төбәк тотош урман булған. Уның килеп урынлашыу ваҡыты теүәл генә булдәле булмаһа ла, был урынға хужаларынан ҡасҡан крепостной крәҫтиәндәр, яһаҡ түләүҙән ҡасҡан башҡорттар, типтәрҙәр тартылған. Урманды киҫеп сәсеүлек ерҙәре эшләп алғандар һәм донъя көтә башлағандар. Был – беҙҙең тарих. Һәр тарихты кешеләр яҙа. Кем булған һуң ул беҙҙең ата-бабалар? Шәжәрә тап ошо һорауға яуап бирә лә инде. Ниндәй заманда йәшәгән улар? Ниндәй хәсрәт менән янған? Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын алайыҡ. Беҙҙең Сафуановтар ғаиләһенән өс кеше һуғышҡа киткән, береһе лә әйләнеп ҡайтмаған. Шул иҫәптән минең атайым да.

Шәжәрәгә бер тотонһаң, бер генә тарихты асыҡлаһаң, ул үҙенә саҡырып тик тора. Беҙҙең шәжәрә архив мәғлүмәттәренә, иҫтәлектәргә, тарихи документтарға таянып эшләнде, - тип һөйләй Әнәс Сафуанов.

Кәкребаштар районда тәүгеләрҙән булып милли кейемгә иғтибар иткән, уны тергеҙеүгә ҙур көс һалған. Бөгөн дә милли кейем дефилеһын ҡарап күҙҙәр ҡамашты. Төп иғтибар, тәбиғи, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион кейеменә бирелеп, уның айырым төбәктәргә хас үҙенсәлектәре, тарихы менән таныштырып үттеләр. Уларҙың авторы – исеме таныла барған дизайнер-этнограф, “Тамға” ижади берләшмәһе етәксеһе, район-ҡала, республика, төбәк-ара конкурс, фестивалдәр лауреаты Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Краснова.

- Беҙҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен өйрәнә башлағанымда шуға иғтибар иттем: уның тураһында бик әҙ беләләр, ул артыҡ таралмаған. Уртаҡ тырышлыҡ арҡаһында, музей материалдарын өйрәнеп, бик яуаплы һәм ентекле эш башҡарҙыҡ. Хәҙер беҙҙең яҡҡа хас милли кейемебеҙ тарала бара, кеше уның менән ҡыҙыҡһына. Районыбыҙ хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге беҙҙең эште баһалап, ярҙам итеп тора, шуныһы бигерәк ҡыуаныслы, - ти Зөлфиә Рәшит ҡыҙы.

Сараны ойоштороусы, Кәкребаш ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөләлә Төхвәтуллина байрамдың ололар өсөн генә түгел, йәш быуын өсөн дә фәһемле булыуы өсөн күп көс һалған.

- Милли кейем – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, беҙҙең халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ тураһында һөйләгән изге мираҫ. Уның тарихы, төрлөлөгө хаҡында күберәк кеше белергә тейеш. Ә балалар оло быуын ауылдаштарының тарихҡа, шәжәрәгә иғтибарын күрергә, өлгө алырға, мәктәп эскәмйәһенән нәҫел ептәрен барлап өйрәнһен тигән теләктәмен, - ти Зөләлә Рәйес ҡыҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих һәм башҡорт халҡы үҫеше комиссияһы кураторы, БДУ-ның тарих һәм дәүләт идаралығы институты доценты Нурислам Ҡалмантаев сараны юғары баһаланы.

- Бындай саралар бик кәрәк. Йола байрамдары, шәжәрәләр үткәреү халыҡты берләштерә, нәҫелде нығыта. Был ауылда халыҡ 2007 йылдан шәжәрәһен төҙөй. Бик бирелеп, ентекле итеп эшләнгәндәре бихисап. Әлеге сараның үҙенсәлеген дә билдәләп киткем килә: ойоштороусылар балаларҙы йәлеп иткән. Мәктәп уҡыусыларының күҙҙәре янып киткәнен, ҡыҙыҡһынып шәжәрәләрҙе ҡарауы, милли уйындарҙа әүҙем ҡатнашыуы беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Милли үҙаң шунан башлана. Шәжәрәләрҙе һанлаштырыу эше лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Халыҡ та был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынды. Артабан да эш дауам итер тип ышанам, - тине тарихсы.

Шәжәрә байрамы бәйге менән тамамланды: мәктәп уҡыусылары ике командаға бүленеп, уҡ атыу, арҡан тартыу, күҫәк ырғытыу кеүек милли уйындарҙа ярышты. Был бәйгелә кем еңеүсе булғанын гәзиттең киләһе һандарындағы репортаждан уҡып белерһегеҙ.  

Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән
Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән
Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән
Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән
Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән
Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән
Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән
Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән
Кәкребаштар 40 шәжәрә төҙөгән
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: