Йәмғиәт
20 Май 2022, 06:00

Кәләшлеккә урлап алғандар

Был 1950 йылдың август төнөндә булған...

Кәләшлеккә урлап алғандарКәләшлеккә урлап алғандар
Кәләшлеккә урлап алғандар

Зөһрә Ғибәҙуллина Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында ғүмер йомғағын һүтә. Быйыл 95 йәшен билдәләгән инәй яҙмышына рәхмәт уҡый, ҡыҙы Нурия әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә.

– Үтәймула ауылында тыуҙым, ситкә китеү тураһында уй башыма ла инеп сыҡманы, – тип һөйләй Зөһрә Әғзәм ҡыҙы. – Мәктәптә балалар уҡыттым, башланғыс кластар уҡытыусыһы булдым.

Зөһрә менән Йәғәфәр Ғибәҙуллиндар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан 42 йыл элек үк инәйҙең ире вафат булған. Ҡатын яңғыҙы өс улын һәм бер ҡыҙын аяҡҡа баҫтырған. Ул күптән түгел бер улын да юғалтҡан, әсәй кеше өсөн ошонан да ауыр ҡайғының булыуы мөмкинме?!

Зөһрә инәй һөйләүенсә, уны кәләшлеккә урлап алғандар. Был 1950 йылдың август төнөндә булған. 

– Бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торҙоҡ, бик матур йәшәнек, – ти ул, ул мәлдәрҙе иҫләп.

Инәйгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Фото: Нурия Ғәлимова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас