Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 15:19

Кеше атҡара алмаҫтай эш юҡ

Барыһы ла уңай булһа, күңел ҡыуана.

Йәш айырмабыҙ бер нисә йыл булһа ла, байтаҡ йылдар ғүмер юлдарыбыҙ йәнәш тәгәрләп алға бара. Заманында Ильяс Вәлиев менән бер үк мәктәптә белем алдыҡ. Атаһы Миңлебай Миңлеғәле улы (Вәлиев абый тип хөрмәтләй торғайныҡ) физика фәненән уҡытты. Уҡыусыларға ҡарата итәғәтле, кешелекле булды.

Предмет буйынса теоретик материалды көндәлек тормош менән бәйләп, ҡыҙыҡлы итеп аңлатыр ине.  Балалары ла ябай булды, әллә кем булып һауаланып йөрөмәне, бер ниндәй ҙә өҫтөнлөк талап итмәне. Һәр береһе үҙ көсөнә таянды, тормош юлдары буйлап та үҙҙәренә үҙҙәре юл ярҙы.

Намыҫ менән үтәй бурысын

 

Дүрт баланың иң кесеһе булған Ильяс та урта мәктәпте тамам­лағас, Һәүәләй урта мәктәбендә лаборант булып эшләп алырға өлгөрә. Бер аҙ хеҙмәт сирҡанысы алғас, Башҡорт дәүләт универси­тетының физика-математика факультеты студенты булып китә. Атаһының юлын һайлай.

Армия хеҙмәтен үтеп ҡайтҡас, мин дә шул университеттың филология факультеты студенты булып киттем. Шул рәүешле Ильяс менән юлдарыбыҙ йәнә осрашты, аралар тағы яҡынайҙы. Бер-бере­беҙ менән аралашып, көңгөр-ҡаң­ғыр хәбәрләшеп, төрлө сараларҙа ҡайнашып, бер нисә йыл студент тормошоноң онотолмаҫ матур миҙгелдәрен кисерергә насип булды.

Һәр саҡ көләс йөҙлө, киң күңел­ле, аралашыусан, ярҙамсыл егетте башҡалар ҙа яҡын күрҙе, ихтирам итте. Кәрәк саҡта шаян һүҙлелеге, шул уҡ ваҡытта етди ҙә була алыуы кеше менән тиҙ арала уртаҡ тел табырға мөмкинлек бирҙе. Ошо матур сифаттары уны ғүмере буйы оҙата килә. Тормошта аҙым һайын килеп тыуған төрлө проблема­ларҙы хәл итергә лә нәҡ шул сифаттары булышлыҡ итә.

Шаулы студент йылдары үтеп тә китте. Ильяс Миңлебай улы минән бер йыл алда диплом алды. Ә инде һигеҙ йылдан уның менән юлдарыбыҙ йәнә осрашып, ғүме­рем­дең иң оҙайлы, уңышлы мәлдәре Бишауыл-Уңғар мәктәбе менән бәйләнере башҡа ла инеп сыҡмай әле ул саҡта.

1984 йылда уҡыуын тамамлап, тыуған ауылына ҡайтҡан йәш белгесте район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Геннадий Павлов Бишауыл-Уңғар һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ҡоҙалай. Әлбиттә, күңелендә икеле-микеле уйҙар ҡайнай: етәкселек ышанысын аҡлай алырмы, коллектив менән (элекке уҡытыусылары) уртаҡ тел табып булырмы, уҡытыу-тәрбиә процесын яйларға ҡулынан килерме?

Шул уҡ ваҡытта: “Кеше атҡара алмаҫ эш юҡ”, – тип кәңәш бирә күңелендәге икенсе бер тойғо

Тәүәккәлләй Ильяс Миңлебай улы. Бына тигән итеп көйләп ебәрә эште. Коллегалары менән дә уртаҡ тел таба, кәрәк саҡта кәңәш һорауҙан да тартынмай. Шулай яйлап-яйлап тәжрибә туплана, эшсән, татыу уҡытыусылар коллективының ышаныслы етәксеһе булып нығына.

Хеҙмәттәштәре лә, уҡыусылар ҙа, ауыл халҡы ла ихтирам итә үҙен. Мәктәптең элек-электән килгән данын, традицияларын һүн­дермәй дауам итергә, яңылары менән тулыландырырға бар көсөн һала йәш етәксе. Йәмәғәтселек эшен дә йөкмәтә уға етәкселәр: байтаҡ йылдар пропагандист булып ауыл эшсәндәре менән илебеҙ алып барған сәйәсәт, донъяла барған хәл-ваҡиғалар хаҡында аңлайышлы, ябай тел менән әңгә­мәләр үткәрә Ильяс Миңлебай улы. Был бурысты ла намыҫ менән үтәй ул.

 

Үҙең ҡыбырламаһаң...

 

Етәкселәрҙең була төрлөһө: өҫтәл һуғып, аҡырып-екереп, ҡурҡытып эшләгәндәре лә, үҙ-ара аңлашыуға, тыныс хеҙмәттәшлеккә, бер-береңә ихтирамлы мөнәсә­бәткә таянғандары ла. Нәҡ ошо икенсе төркөмгә ҡараған етәксе булыуы менән Ильяс Вәлиев ихтирам яуланы, хөрмәт ҡаҙанды. Һәр кемде – уҡытыусымы йә уҡыусымы булһын – шәхес итеп күрә белә ул. Кемдеңдер етешһеҙ­лектәрен ипле генә әйтеп биреү, башҡаларҙың фекерен тыңлай белеү, бәхәсле мәсьәләләрҙе тыныс рәүештә яйға һалыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә тотанаҡлылыҡ, мәҙәнилек кеүек матур сифаттар биҙәй Ильяс Миңлебай улын. Дүрт тиҫтә йылға яҡын директорлыҡ йөгөн тарта барыуының сере лә шундалыр, моғайын.

– Иң оҙаҡ эшләгән мәктәп етәкселәренән районда дүртәү генәбеҙ, – ти ул.

Тимәк, улар – иң ныҡтары, иң сыҙамдары. Маҡтаныу түгел, күңеленән бәреп сыҡҡан ғорурлыҡ хистәре был. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, ти халыҡ. Баһаланды тырыш хеҙмәттәре. Лайыҡлы рәүештә “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән ҙурланды ул.

Билдәле әйтемде үҙгәртеп әйткәндә, мәктәптә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Бигерәк тә барлыҡ уҡытыу-тәрбиә процесына иң тәүҙә яуаплы булған директор өсөн. Бынан тыш, хужалыҡ мәшәҡәттәре лә баштан ашҡан. Заманында мәктәпте йылытыу өсөн ал-ял белмәйенсә күпме йүгергәнен Ильяс Миңлебай улы үҙе генә белә. Мәктәптең йылытыу ҡаҙанлығына күмерен дә юллап алып ҡайтырға кәрәк (ярай ҙа ул сифатлы булһа), ут яғыусыларҙы ла күҙәткеләп тормайынса мөмкин түгел, етмәһә, иҫкереп бөткән йылытыу торбалары туңып ярыла (төҙәтергә кешеһен табырға кәрәк). Шул саҡтарҙы күҙ алдынан үткәрә лә, газға көйләнгән бөгөнгө йылытыу системаһының уңайлыҡтары өсөн шатланып бөтә алмай ул.

1911 йылда һалынып, 70-се йылдарҙа һипләнгән мәктәп бинаһы ныҡ иҫкерә, заман талаптарына яуап бирмәй. Шуға күрә 90-сы йылдар башында  яңы мәктәп төҙөү зарурлығы килеп тыуа. Уны төҙөтөү өсөн дә күп йөрөргә, төрлө кимәлдәге етәкселәр кабинетын асып инергә кәрәк була. Заманында төҙөлөш эштәренә яуаплы Швецов, Фәйзрахманов кеүек вазифалы кешеләргә мәктәптең ауыл өсөн бик мөһим икәнен, башланған төҙөлөштө (ул бер мәл туҡталып та ҡала) тамамлау зарурлығын байтаҡ иҫбатларға тура килә.

– Хатта күренекле яҙыусы Динис Бү­ләковҡа ла мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым. Шундай олпат кешенең ихлас һөйләшеүе, ярҙам итергә вәғәҙәләүе, күптәнге танышылай яғымлы йылмайып оҙатып ҡалыуы һаман күҙ алдымда, – тип хәтерләй Ильяс Миңлебай улы алыҫта ҡала барған шул мәлдәрҙе. – Ул саҡтағы мәғариф министры Р. Т. Гардановтың да, район етәкселегенең дә кабинеттарын аҙ тапалманы.

Нәҡ шул замандарҙа “Үҙең ҡыбырла­маһаң, бер кем дә ҡулыңа килтереп тоттормай” тигән хәҡиҡәт­тең хаҡлығына инана ул. Дирек­торҙың йүнселлеге лә, йәмәғәтсе­лек фекере лә бушҡа булмай (ра­йон гәзитендәге мәҡәләләрҙә, Баш­ҡортостан телеви­дениеһының “Шаңдау” тапшырыуында мәктәп төҙөлөшө мәсьәләләре күтәрелә): оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш, ниһайәт, тамамлана. 2000 йылдың 1 сен­тябрендә өр-яңы мәктәптең иркен, яҡты бүлмәләре уҡыусыларҙың шатлыҡлы йөҙҙәренән тағы ла балҡыбыраҡ китә.

 

Бәхет сере

 

Үҙенең  земство мәктәбе була­раҡ нигеҙләнгән ваҡытынан алып оҙайлы йәшәү осоронда Бишауыл-Уңғар ауылы белем усағы тирә-яҡта танылыу яулай. Унда төрлө йылдарҙа белем алып, әҙәбиәт, мәҙәниәт, фән өлкәһендә дан ҡаҙанған, халыҡ хужалығында ҙур уңыштарға өлгәшкән бихисап шәхестәрҙең хеҙмәте республика­быҙҙы ғына түгел, бөтә илебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индерә.

Ильяс Миңлебай улы етәкселек иткән осорҙа ла мәктәп элекке бейеклектәрен юғалтмай, әүәлге данын һаҡлап килә. 1990/91 уҡыу йылынан урта мәктәп статусы яңынан ҡайтарыла. Белем усағы райондағы алдынғы башҡорт мәктәп­тәренең береһе икәнен оҙаҡ йылдар иҫбатлап килә. Уҡыусылар республика олимпиадаларында, фестивалдәрендә еңеүҙәр яулай, төрлө фәнни-ғәмәли конферен­цияларҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә, спорт ярыштарында ал бир­мәй. Уҡытыусылар үҙҙәре лә һөнәри конкурстарҙа теләп ҡатна­ша, призлы урындар яулап ҡайта.

2011 йылда мәктәптең 100 йыллығы уңайынан ойошторолған юбилей тантаналары шаулап-гөр­ләп уҙа. Шул мәлдәрҙән һуң тағы тиҫтә йыл уҙып киткән. Ҡулай­лаштырыу һөҙөмтәһендә филиал кимәленә ҡалдырылған хәлдә лә мәктәп һәм уның коллективы намыҫ­лы хеҙмәтен дауам итә, уҡыу йортоноң элекке традицияларын һүндермәҫкә, данын төшөрмәҫкә ынтыла. Был осраҡта мәктәп мө­дире Ильяс Миңлебай улының да күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген инҡар итеү мөмкин түгел.

...Һәр иртә машинаһына ултыра ла күптән инде таныш юлдарҙан үҙенең ғәҙәтләнгән, күнеккән мәктә­бенә юллана Ильяс Миңлебай улы. Күңеле күтәренке, кәйефе көр. Шулай булмайынса, һәр башланып торған өр-яңы көнгә ҡыуанып, матур өмөттәр бағлап, ашҡынып, ҡанатланып эшкә барыуҙары үҙе бер бәхет тәбаһа. Ғаиләһендә лә,  Аллаға шөкөр, татыулыҡ, тыныслыҡ, донъяһы бөтөн. Ҡатыны Фәнисә менән бына тигән бер ул, ике ҡыҙ үҫтереп, уларҙы уҡытып кеше итте, ейән-ейәнсәрҙәренә олатай булыу шатлығын татыны.

Балалары ла, ата-әсәһенә оҡ­шап, кешеләргә ихтирамлы, итәғәт­ле, ярҙамсыл. Ял көндәре етһә, өй эсе шау-гөр килгән шат тауыш­тарға күмелә. Ә инде ихатаға сыҡһа, мал-тыуары менән мәж килә. Үҙ ҡулдары, тырышлығы ме­нән тупланған бит сынъяһау ошо донъяһы. Барыһы ла уңай булғанда, күңел нисек ҡыуанмаһын инде! Ана шуға күрә эшенә лә дәртләнеп китеп барыуы. Ә юлдар нисәнсе тапҡыр  инде мәктәпкә илтә.

Рим ИСХАҠОВ.

Ҡырмыҫҡалы районы.

Читайте нас в