Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май , 15:34

Мәрхәмәтлек биҙәй донъяны

Хәҙисә апай сауҙа үҙәгенән сығыу менән автобус туҡталышына йүнәлде. Башҡа саҡта булһа фатирына тиклемге был араны йәйәү генә үтер ине лә, бөгөн сумкаһы ауыр булғас, автобуста ҡайтмаҡсы итте.

“Ҡамырым ташып ултыралыр инде, оҙаҡлап киттем. Һарыҡай ҙа көтә-көтә көтөк булғандыр”, – тип, өйгә ҡайтҡас нимәгә тотонорон планлаштырып, эштәрен барланы ҡатын.

Улы Рәйестең ғаиләһе менән яңы фатирға күсеү шатлығы, ҡунаҡҡа саҡырыуҙары бына нисәмә көн инде Хәҙисә апайҙың күңелен күтәреп, мәшәҡәттәрҙе арттырып тора. Улай тигәс тә, һис ҡыйынлығы юҡ былай, барыһы ла күңелле мәшәҡәт кенә. Бына ейәненә уйынсыҡтар, килененә бүләктәр алып, ҡәнәғәтлек кисереп ҡайтып барыуы.

...Уйҙарына иҙрәп, ойоп барға­нын­да аяғына нимәлер килеп төшкәнен һиҙеп, ҡатын һиҫкәнеп китте. Бәй, имеҙ­лек икән дәбаһа. Ҡаршыһында сабыйын күтәреп ултырған йәш ҡатын­ды әле генә абайлап, имеҙлекте әсәгә һуҙҙы: “Төшөп киткән бит, бысранды инде”. Тәҙрәгә текәлеп, уйға сумып килгән йәш ҡатын тертләп киткәндәй булды, Хәҙисәгә рәхмәт белдергәндә күҙҙәре ҡапыл йәшләнде. Иҫкерәк ке­нә плащ, туфли кейгән ҡатындың моң­һоу йөҙө уның ниндәйҙер бәхет­һеҙлеккә тарыуы хаҡында асыҡ һөй­ләй ине. “Эй Аллам, сабыйының йүнле кейеме лә юҡ икән” тип ысын күңелдән йәлләне Хәҙисә апай. Сираттағы туҡталыш уныҡы булһа ла, сығырға уҡталған урынынан кире ултырҙы. “Ярай, тағы бер 15 минут барайым, автобус барыбер түңәрәк маршрут буйлап йөрөй”, – кеше ҡайғыһына битараф булырға өйрәнмәгән өләсәй юлдашының хәленә инмәксе булды.

“Туғанҡайым, ни булды? Ниндәй яр­ҙам кәрәк?” – тип һүҙ ҡушыуы ме­нән, йәш ҡатындың тулышҡан күңеле асылып, битенән күҙ йәштәре аҡты. Бер нисә туҡталышты үттеләр, тик са­быйын ҡыҫып тотҡан ҡатын ҡым­шанманы ла. Автобус икенсе әйлә­нешкә китте. Бына тағы алда Хәҙисә апайҙың туҡталышы. Ул был юлы ни эшләргә белмәй аптырап торманы, шым ғына бойорҙо: “Әйҙә, сығабыҙ!”

Хәҙисә апай фатирҙы асып инеү менән ҡатынды ваннаға йыуынырға ҡыуҙы, таҙа кейем-һалым әҙерләне һәм үҙе кухняға бешеренергә инеп китте. Тамағы туйған сабый әсәнең ҡулында иҙрәп йоҡоға талғас ҡына, ҡатындар әңгәмә башланы.

“Минең исемем Иркә була, – тип үҙен таныштырҙы ҡыҙ. – 18 йәштәмен. Исемем Иркә булһа ла, ул есеменә бер ваҡытта ла тап килмәне. Атай-әсәйем, иҫән саҡтарында фатирҙы һатып, аҡсаһын эскегә туҙҙырып бөттө. Аҡса бөткәнсе фатир яллап йәшәнек. Яңғыҙ ҡалғас, бер егет менән танышып йәшәй башланым. Балам буласағын белгәс, ташлап ҡасты. Хәҙер аҡса ла, фатир ҙа, ҡыҙымдан башҡа бер кемем дә юҡ. Автобус аҫтына ташланырҙай сиккә еткәйнем, һеҙ ҡамасауланығыҙ... Һеҙгә рәхмәт, бындай аҙымға барырға ирек бирмәгәнегеҙ өсөн, ҡыҙым бар бит”, – тип һыҡтаған әсә йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап, күҙ йәштәрен йәшерергә тырышты. Тынлыҡты Хәҙисә апай боҙҙо...

– Исемең дә, үҙең дә матур, Иркә! Миндә йәшәргә ҡалығыҙ, бер үҙеммен, балаларым күптән айырым донъя көтә.Ҡыҙыңды бергәләп үҫтерербеҙ...

– Миңә шул тиклем уңайһыҙ, ауыртмаған башҡа тимер таяҡ булдым. Етмәһә, орсоҡтай сабыйым да бар, – тине көтөлмәгән тәҡдимдән аптырауға төшкән Иркә.

– Һеҙ – икегеҙ ҙә минең өсөн сабый, – тип йылмайып, ҡыҙҙың ҡаҡса кәүҙәһен ҡосаҡланы Хәҙисә апай. – Хәҙер минең ике бәләкәсем булды, күңелле йәшәрбеҙ!

Иркә, ризалығын белдереп, тыйнаҡ ҡына башын ҡаҡты. Әгәр ул ваҡытта Хәҙисә апай автобусҡа ултырмай, йәйәү генә йортона юлланһа, урындары йәнәш тура килмәһә, сабыйы имеҙлекте иҙәнгә төшөрөп ебәрмәһә, ваҡиға нисек тамамланыр ине икән – ирекһеҙҙән башына килгән уйҙарҙан әсә әле лә һиҫкәнеп китә. Осраҡлы осрашыу һәр береһенең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртте, Иркә уның аҙағы ла хәйерле булырына ысын күңелдән ышана.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас в