Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 12:00

Рафиҡ менән Рәфис бәпкә көтә...

Айбулат 21 ҡаҙ бәпкәһен осһоҙораҡ хаҡҡа һатырға ризалаша.

Рафиҡ менән Рәфис бәпкә көтә...
Рафиҡ менән Рәфис бәпкә көтә...

Яңыраҡ ҡына тележурналист Рәмзиә Кәримова май байрамдарында Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан инвалид өс бер туған Ҡунаҡҡоловтарға барып, хәлдәрен белешеүе тураһында хәбәр иткәйне. Әле уларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып, ярҙам итеп торған мәҙәниәт хеҙмәткәре Идиә Ғәлимова ла социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырған.

"Һуңғы ваҡытта, эшкә сығыуым сәбәпле, ваҡыт яғы самалыраҡ булып, ағалы-ҡустылыларға иғтибарым кәмеп китте. Бына, ниһайәт, башҡарасаҡ эштәр урынынан ҡуҙғалды. Йорттоң ер участкаһының документтарын рәсмиләштереп ҡуйыуҙың һуңғы этабына етеп киләбеҙ. Рәфистең исеменә Өфөнән инвалидтар йәмғиәте юллаған үҙ йомоштарын үтәр өсөн тәғәйенләнгән махсус кресло-ултырғыс барып алып килдек.

Бөгөн Ҡунаҡҡоловтар ҡаҙ бәпкәләрен тәрбиәләү менән мәшғүл. Егеттәрҙең күңелен күреп, хаҡын бер аҙ кәметеп, ике аҙналыҡ 21 ҡаҙ бәпкәһен һатҡан Айбулатҡа рәхмәт.

Алла бойорһа, ҡалған эштәрҙе лә барлыҡ таныштар, етәкселәр, яҡташыбыҙ Рәмзиәбеҙҙең ярҙамы, күҙәтеүе аҫтында атҡарып сығырбыҙ тигән ышаныста ҡалам", - тигән ул.

Фото: И. Ғәлимованың шәхси сәхифәһенән.

Рафиҡ менән Рәфис бәпкә көтә...
Рафиҡ менән Рәфис бәпкә көтә...
Рафиҡ менән Рәфис бәпкә көтә...
Рафиҡ менән Рәфис бәпкә көтә...
Рафиҡ менән Рәфис бәпкә көтә...
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: