Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 13:57

“Сәләмәтлек поезы” сәфәр сыҡты

Ҡабул итеүҙе Республика кардиология үҙәге, Өфө республика медицина-физик тәрбиә диспансеры, Өфө ҡала клиник дауаханаһы, Архангел клиник дауаханаһы табиптары алып барҙы. Ҡыҙыл Еҙем, Максим Горький, Баҡалды, Тирәкле ауылдары халҡы был мөмкинлектән файҙаланды.

ВИЧ-инфекцияға тест үткә­реү, ҡан тапшырыу, ЭКГ эшләү, ҡан баҫымын тикшереү һәм белгестәргә күренеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Күсмә флюорографтар һәм маммографтар ҙа эшләне. Меңдән ашыу кеше диспансерлаштырыу үтеп, табипҡа күренеү һәм артабан дауаланыу мөмкинлегенә эйә булды.

Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмә­һенең фельдшер-акушеры Наталья Жаворонкова билдәлә­үенсә, табиптарға 300-ҙән ашыу кеше күренгән.

Ауыл биләмәһендә 600 кеше теркәлеүен иҫәпкә ал­ғанда, халыҡтың яртыһы был мөмкин­лектән файҙаланған. Күптәр диспансерлаштырыу үткән. Ҡайһы бер пациенттарҙың ҡанында шәкәр кимәле юғары булыуы, артериаль ҡан баҫымы күтәре­леүе асыҡланды. Мөрә­жәғәт итеүселәрҙең барыһына ла табиптар иғтибарлы булды, кәңәштәрен бирҙе. Бер нисә кешегә баш ҡалала урынлашҡан кардиоүҙәккә, Ҡыуатов исемен­дәге республика дауаханаһына тикшерелеүгә йүнәлтмә яҙылды. Был юлы табиптар коронавирус инфекцияһын үткәргәндәргә һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙә­ренән яфаланғандарға айырыу­са ҙур иғтибар бүлде.

Лилиә НУРЕТДИНОВА 

Читайте нас: