Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 14:40

Сәлих ауылында тормош гөрләй

Тыуған яҡ менән бәйләнеш өҙөлмәй.

Күгәрсен районында төрлө йүнәлештәге саралар даими ойошторола. Мәҫәлән, Сәлих ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә “Наҡаҫ” мәҙәни-ял паркы асылды. Унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә обелиск, балалар һәм спорт майҙансығы, ғашиҡтар ултырғысы урын алған.

Тантаналы сарала медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Феде­рацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, шашка буйынса күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тама­ра  Танһыҡҡужина, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы вазифаһын баш­ҡарыусы Азамат Сәйфуллин ҡатнашты. Улар сәлихтәргә әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм конкурста еңеүҙәрен теләне.

– Элек-электән Сәлих ауылы халҡы һәр йәһәттән дә алдынғы булған, барыһына ла өлгө күрһәткән, – тине сығышында Азамат Зәкәриә улы. – Әле лә уларҙың еңеү яуларына тулыһынса ышанабыҙ. Ғөмүмән, тарихты һис кенә лә оноторға ярамай, ул – тормош көҙгөһө.

Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап ҡалыуға, киләсәк быуынға еткереүгә ҙур иғтибар бүлә. “Айыҡ ауыл” конкурсы барышында иһә мәҙәни мираҫыбыҙға әүерелгән, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә, айыҡ һәм әүҙем тормош алып барыуға булышлыҡ иткән төрлө саралар төп урынды алып тора.

Күптән түгел Сәлих ауылында тағы ла бер шатлыҡлы ваҡиға теркәлде. Ошо ауыл кешеләренең башлан­ғысында күптән инде үткәрелмәгән, әммә ата-бабаларыбыҙ хәтерендә һаҡланған Бәйембәт уйындары ойошторолдо. Унда эргә-тирә ауылдарҙан да кешеләр ҡатнашты.

Сарала кешеләрҙең күплеге хайран итте. Баҡтиһәң, сәлихтәр, тыуған яҡта­рында байрам ойоштороуҙы ишетеп, төрлө тарафтарҙан бында ағылған.

– Ситтә йәшәһәк тә, тыуған ауылыбыҙ менән бәйләнеш бер ҡасан да өҙөлгәне юҡ, – тине Ырымбур ҡалаһында ғүмер иткән Ғәлиә апай. – Ураған һайын ҡайтып та булмай шул. Ә бына бөгөн шундай ҙур мөмкинлек барлыҡҡа килде.

Сәлих ауылында яугир-интернацио­на­листарға һәм ғаилә уйындарына бағышланған күркәм байрамдың уҙға­рылыуын да телгә алыу урынлы. Унда һалдаттың армиянан ҡайтыуы сәхнә­ләштерелде, сара асыҡ һауала үтте. Төп ролде Афған һуғышында ҡат­наш­ҡан яҡташыбыҙ, ошо ауылда төпләнгән Мансур Байғаҙаҡов башҡарҙы.

– Малайҙарҙа, ғөмүмән, йәштәр күңелендә илһөйәрлекте мәктәптә үк тәрбиәләргә кәрәк, – ти әңгәмәсем. – Элек әрме хеҙмәтенән баш тартыу, улай ғына ла түгел, ҡасып йөрөү башыбыҙға ла инмәне. Киреһенсә, 18 йәшебеҙ тулыуҙы түҙемһеҙләнеп көттөк, армияға барырға ҡасан повестка килер, тип көттөк. Ә инде ул ҡулда булғас, үҙебеҙҙе бер башҡа үҫкәндәй хис иттек.

Мансур Байғаҙаҡов билдәләүенсә, ғаиләлә лә, мәктәптә лә малайҙарҙы ысын ир итеп тәрбиәләү беренсе урында торорға тейеш. Ғаиләлә атай кешенең улдарына турник эшләп биреү һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ. Шул уҡ ғаилә башлығы малайҙарын ир-ат эшенә өйрәтергә бурыслы.

XX быуат аҙағында ошо һуғышта ике йөҙгә яҡын райондашыбыҙ ил алдында бурысын үтәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың туғыҙы һәләк булған. Мансур Рафиҡовҡа һәм Юрий Климовҡа (үлгәндән һуң) Рәсәй Геройы исеме бирелгән, Альберт Сәлиховҡа ауыл клубында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды.

Сара райондың мәҙәниәт һарайы артистарының сығышы менән бергә үрелеп барҙы. Балалар, йәш ғаиләләр спорт ярыштарында ҡатнашып, үҙҙәренә рухи аҙыҡ алды, һаулыҡтарын нығытты.

 

Рөстәм СӘЙЕТБАТТАЛОВ.

 

Күгәрсен районы.

Читайте нас: