Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 13:54

Тәбиғәткә зыянды кәметеү мөһим

Районда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш иткән “Еләҫ ел” ойошмаһы ҡалдыҡтарҙы фракцияларға бүлеү цехы асты.

Ойошма директоры Светлана Вәлиева белдереүенсә, был цех ете кешене эш менән тәьмин иткән.

– Цех ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының күләмен кәметеүгә ҙур аҙым булып тора. Ул көнөнә 75 тонна сүп-сарҙы эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Сәғәтенә 15 тонна ҡый эшкәртә аласаҡбыҙ. Халыҡтан йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары икенсел сеймал булараҡ эшкәртеү өсөн бүленәсәк: ҡағыҙ, быяла, пластик шешәләр һәм башҡаһы. Тимер банкалар, пластик шешәләр, ҡағыҙ пресс аша үткәрелеп тығыҙлана.

Цехты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, район Советы депутаты Рафаэль Харисов, “Еләҫ ел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Светлана Вәлиева һәм БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығынан вәкилдәр ҡатнашты. Ҡыҙыл таҫманы ҡырҡҡандан һуң, делегаттар комплекстың эшмәкәрлеге менән танышты.

“Экология” милли проектының маҡсаты ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының күләмен кәметеү, икенсел эшкәртеүгә ебәрелгән сеймалды арттырыуға ҡайтып ҡала. Быға тап ошондай сүп эшкәртеү полигондарының һанын арттырып ҡына өлгәшергә була.

Лилиә НУРЕТДИНОВА 

Читайте нас: