

Туймазы районының Иҫке Туймазы ауыл биләмәһе башлығы Рәдис Вәлиәхмәтов был вазифала эш башлағас та өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләй, шулай уҡ предприятие, ойошма етәкселәренең иғтибарын ошо төбәк мәсьәләләренә йәлеп итә. Биләмәлә ике меңдән ашыу кеше йәшәй.
Рәдис Мирхәт улы 1968 йылда Туймазы районының Горный ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр институтын тамамлаған. 2006 йылдан – Иҫке Туймазы ауылы биләмәһе башлығы вазифаһында.
– Планға ярашлы ҡәтғи тәртип буйынса эшләйбеҙ. Иң мөһиме – халыҡҡа бирелгән вәғәҙәне үтәргә тырышабыҙ, – ти ул.
Урындағы бюджетты дөрөҫ файҙаланыу, ваҡытлы ҡарарҙар ҡабул итеү һөҙөмтәһендә Иҫке Туймазы хакимиәте эшмәкәрлеген үҙ иҫәбенә уңышлы ғәмәлгә ашыра. Етәксе төҙөкләндереү мәсьәләһенә етди иғтибар бирә. Хеҙмәтенең тәүге көндәренән үк электр селтәрҙәрен алыштырыу, ауыл урамдарын яҡтыртыу буйынса ҙур эш атҡарып сыға. Иҫке Туймазы ауылына газ үткәреүгә күп көс түгә.
Һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәһен һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен яйға һала: Бишенденән Горныйға тиклем һыу магистрале төҙөлгән – хәҙер халыҡ таҙа һыу эсә. Былтыр Иҫке Туймазыла һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөлөшө тамамланған, әлеге мәлдә уға йорттарҙы тоташтырыу буйынса эш алып барыла. Ҡыҙылбүләккә һыу үткәреү проекты әҙерләнгән, Раевка ауылында ла ошо мәсьәлә күтәрелгән.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу эше тулыһынса хәл ителгән: сүп-сар өсөн майҙансыҡтар төҙөлгән, контейнерҙар ҡуйылған.
Юлдарға асфальт түшәү ҙә алып барыла – 3,7 саҡрым араға һалғандар, ҡырсынташлы юлдар ҙа ҡараулы. Горныйға һыу үткәргәндән һуң, юлдарҙы ремонтлағандар.
Биләмәлә йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең ваҡытын файҙалы уҙғарыуға, спортты үҫтереүгә иғтибар ҙур. 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлгән, әле унда 140 сабый йөрөй. Мәктәпкә капиталь ремонт эшләнгән.
Иҫке Туймазыла – Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, Ҡараттамаҡта тыл эшсәндәренә обелисктар ҡуйылған.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Ҡараттамаҡта һәм Горныйҙа спорт майҙансыҡтары булдырылған, Ҡыҙылбүләктә балалар майҙансығы төҙөкләндерелгән, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск асылған.
Биләмә үҫә, йәштәргә йорт һалыу өсөн ер майҙаны талап ителә. Ошо йәһәттән 78 хужалыҡ өсөн төҙөлөш участкаһы әҙер, уларға электр уты һуҙылған, юл һалынған.
Ауыл биләмәһе булышлығында Иҫке Туймазыла табип амбулаторияһы төҙөлә. Бәләкәй ауылдарҙа мәктәп автобусы маршруты буйынса мәктәп уҡыусылары өсөн туҡталыштар эшләнгән. Иҫке Туймазы ауылында ике балалар майҙансығы төҙөлгән. Ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын, ишектәрен, тәҙрәләрен, сәхнәһен һәм йыһазын яңыртҡандар. Әле “Ҡала мөхите” программаһы буйынса ауылдың ял скверын төҙөкләндереү эше алып барыла.
Рәдис Мирхәт улы халыҡ менән эшләүгә етди иғтибар бирә. Кешеләр менән даими осраша, уларҙың мөрәжәғәттәрен, үтенестәрен һәм тәҡдимдәрен ғәмәлгә ашырыу өсөн аныҡ саралар күрә. Ул пенсионерҙарҙы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын борсоған мәсьәләләргә айырыуса иғтибар бирә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тос өлөш индерә. Әле ауыл биләмәһендә 25-кә яҡын бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеһы эшләүе ошо хаҡта һөйләй.
Тәжрибәле һәм уйлап эш иткән Рәдис Вәлиәхмәтов етәкселегендә Иҫке Туймазы ауыл биләмәһе төҙөкләндереү, спорт һәм мәҙәни ҡаҙаныштар буйынса районда бер нисә тапҡыр алдынғы урындарҙы яулауға өлгәшә.
Рәмилә МУСИНА.
Туймазы районы.