Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 13:41

Тынғыһыҙ булыуы һоҡландыра

“Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Фото:“Бәйләнештә” социаль селтәренән.

Сермән ауылы биләмәһе райондың уртаһында – оло юлдар сатында урынлашҡан. Шуғалыр ҙа бында йәшәгән халыҡ һәр дәүерҙә лә алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы булыуы менән айырылып тора. Төбәктән бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан, мәҫәлән, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев. Әлбиттә, былар барыһы ла Сермән ауылы биләмәһе хакимиәте башлығына талапты ла, яуаплылыҡты ла арттыра. Был йәһәттән Айытбай Әйүпов һынатмай, бар күңелен, көсөн һалып эшләй.

Айытбай Зәбир улы 1963 йылда Белорет районының Аҙнағол ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр инс­титутын тамамлаған. 1999 – 2016 йылдарҙа һәм 2020 йылдың сентябренән  Сермән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй. Алты ауыл һәм унда йәшәгән 2400-ҙән ашыу кеше өсөн яуаплы. “Күберәк файҙа килтереп ҡалырға кәрәк” тигән изге теләк менән вазифаһын башҡара.

Айытбай Әйүпов – алдынғы ҡарашлы етәксе. 2007 йылда ул Иҙел ауылына нигеҙ һалыу эшен башлай һәм 2012 йылда маҡсатына өлгәшә. Бөгөн унда 21 йорт төҙөлә, 19 хужа йәшәй. Шулай уҡ районда ғына түгел, республикала тәүгеләрҙән булып, 2012 йылда ауыл биләмәһенең хужалыҡ эштәрен башҡарыу, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн “Беларусь” тракторын һатып алыуҙы хәстәрләй. Шулай уҡ Әйүпов Сермән ауылында Мәңгелек ут монументын булдыра.

Былтыр район ауылдары араһында беренселәрҙән булып Сермәндәге Үҙәк урамға светофор урынлаштырғандар. Ауылда Ағиҙел йылғаһы аша һалынған 78 метр оҙонлоҡтағы йәйәүлеләр күперен ремонтлағандар, ул 2004 йылда төҙөлгән булған. Был эште ауыл Советы депутаттары, әүҙем граждандар, йәштәр менән атҡарып сыҡҡандар. Аҙнағол ауылындағы зыяратты ла төҙөкләндергәндәр. Шулай уҡ ошо ауылда заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла.

Хоккей майҙансығына капиталь ремонт яһағандар. Команда уйынсыларына спорт кейеме тектергәндәр. Был эштәр өсөн бюджет аҡсаһын тотонмағандар.  

– Быйыл Сермән ауылына 320 йыл тула. Ошо айҡанлы ҙур сара ойошторорға теләйбеҙ. Сермәндә Яҡташтар аллеяһын эшләргә тип йөрөйбөҙ. Пландар күп, улар араһында Аҙнағол ауылында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү – иң ҙуры, – ти тынғыһыҙ етәксе.

Айытбай Зәбир улына яҙмыш һынауҙарын күп үтергә тура килә, әммә ул бирешмәй, алға барыуын дауам итә. Уның көслө кеше булыуы һоҡландыра.

 

 Рәмилә МУСИНА.

Белорет районы.

Читайте нас: