Мәшәҡәттәреңде ситкә ҡуйып тор, әхирәт... Эштәреңдең осо-ҡырыйы булмаһа ла, балаларыңа күңел йылыһын бирер өсөн бер нисә генә минут тап әле.
Ҡыҙыңды йә улыңды ҡосағыңа алып, яратыуыңды, унан да ҡәҙерлерәк кеше булмауын тағы бер ҡат белдер... Ваҡыт бит йәшен тиҙлегендәй үтә лә китә, бына-бына сабыйҙарың ҡанат аҫтынан сығып, төрлө тарафтарға таралыр...
Әлегә улар тормошоғоҙҙо йәмләп, яҡтылыҡ һирпеп, бәләкәй генә йөрәктәре менән ышанып, һәр ҡарашығыҙҙы, хәрәкәтегеҙҙе, һүҙегеҙҙе күңеленә һеңдереп, һеҙгә оҡшарға тырышып үҫергә ынтыла. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, һөйөүеңде белдереү аралағы йылы мөнәсәбәтте оҙаҡ йылдарға һаҡлар. Донъяла матур һүҙҙәр ифрат күп, уларҙың ҡайһыһын әйтергә оноттоң? Бәлки, ҡыйыулығың етмәгәндер...
Мөхәббәт тойғоларын йәшермәгеҙ, әсәйҙәр. Балалар өсөн был донъяла үҙҙәренең яңғыҙ булмауҙарын аңлауы, уны яратҡан кеше булыуын, эргәләрендә һәр саҡ ныҡлы терәк барлығын тойоу бик мөһим. Улыңдың бөгөн “өслө” алыуы ла, ҡыҙыңдың һауыт-һабаны йыуырға “онотоуы” ла әсә мөхәббәтен сикләй алмай. Балаларыңдың эске донъяһы, кисерештәре менән йәшә, ҡыҙыҡһын. Уларҙың саф күңеле әсә һөйөүенә бик һиҙгер, был йылылыҡты улар ғүмер буйы үҙҙәре менән йөрөтәсәк, хәтерендә һаҡлаясаҡ. Ҡырылмаһа ҡырҡ мәшәҡәтеңде ҡуйып тороп, сабыйҙарыңды ҡосаҡларға, йылы һүҙҙәреңде белдерергә онотма, әхирәт...
Динә АРЫҪЛАНОВА