Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2022, 19:45

99 йәшлек әхирәт хәл белергә килгән...

Был осрашыу бар кешене лә йылмайырға мәжбүр итә. Ҡайһы яҡтың инәйҙәре икәнен сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ.

99 йәшлек әхирәт хәл белергә килгән...
99 йәшлек әхирәт хәл белергә килгән...

Тышта һыуыҡ, ҡар-ямғыр яуа. Өйҙә генә эш менән булып ултырырға тура килә. Кемдер ҡунаҡҡа йыйына йә үҙе саҡыра. Йәиһә интернетты гиҙәһең. Шунда бер ҡыҙыҡ видеояҙма осраны.

Был видеояҙма интернетта байтаҡтан йөрөй икән. Беҙгә унда төшкән өләсәйҙәрҙең шул тиклем самимилығы, шаянлығы оҡшаны. Уларҙың кемлеген белеү теләге көсәйҙе.

Баҡһаң, был осрашыу ике йыл элек булған. Балтас районының Тушҡыр ауылында 99 йәшлек Ғәзимә инәй 80-де үткән Рәхибә инәйгә хәл белә килгән. Хатта уға бүләк тә алып килгән. Бына шунда икәү-ара ихлас итеп һөйләшеп ултыралар ҙа инде. Үҙегеҙ ҡарағыҙ әле - видеояҙманы "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөбөҙгә һалабыҙ: https://vk.com/gazetabashkortostan

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә хәҙер гүр эйәһе икән. Йәл, Ғәзимә инәй саҡ ҡына 100 йәшен тултырмай ҡалған. Йәндәре йәннәттә булһын!

Фото: vk/Андрей Круглов.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: