Кредитҡа аҡсаны алғанда ғына рәхәт шул, түләүҙәре, ай-һай, бер михнәткә әйләнә. Бына Асҡын районында йәшәгән бер ханым да быйыл март айында банктарҙың береһенән кредитҡа 296 мең һум аҡса алған. Әммә уны кире банкка түләгеһе килмәгәнлектән, ялған аҙымға баҫҡан ул.
Аҡсаны алып, бер аҙна үткәс, сумкамды киҫеп, 280 мең һумды урланылар, тип полицияға мөрәжәғәт иткән - дәлилләү өсөн киҫеп йыртылған сумкаһын да күрһәткән. Был хаҡта төбәк Прокуратураһы хәбәр иткән.
Әммә тәфтиш алды тикшереүҙәренән уның алдашҡаны асыҡланған, һәм ахырҙа ҡатын ғәйебен таныған. Был ҡылығын ул финанс ауырлыҡтары менән аңлатҡан. Хәҙер инде ҡатынға ҡарата ялғанлау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылып, эш судҡа тапшырылған.
Фото pixabay.com