Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2022, 18:50

Араҡы һатыусылар билдәле булды

"Баймаҡ районының Темәс ауылы халҡынан өлгө алығыҙ: күптән түгел улар үҙҙәрендәге суррогат араҡы һатыусыларҙың исемдәрен атаған".

Араҡы һатыусылар билдәле булды
Араҡы һатыусылар билдәле булды

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғускаров Баймаҡ районының Темәс ауылы халҡын суррогат алкоголь менән сауҙа итеүселәрҙең исемлеген фашлаған өсөн маҡтаған һәм “сауҙагәрҙәргә” ҡырҡа ҡаршы сыҡҡан.

Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә белдергән. Һүҙ “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә еңеүсе тип табылған ауылдар хаҡында бара. Парламентарий фекеренсә, уларҙа легаль булмаған алкоголь менән сауҙа итеүҙе дауам итәләр һәм эсергә лә тартынмайҙар.

- Ауылдар үҙҙәре яулаған исемгә лайыҡлы һәм, ысынлап та, айыҡ булырға тейеш. Башҡортостанда ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең теләге менән алкоголле эсемлектәрҙе һатыуға тыйыу индереүҙе күҙаллаған закон бар. Ауыл халҡы ҡарары нигеҙендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ауыл магазинында алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйған закон ҡабул итә ала. Әммә “Айыҡ ауыл” тип табылған ауылдарҙа бындай тыйыу индерелмәгән, - ти Зариф Байғусҡаров.  

Парламентарий белдереүенсә, уртаҡ тырышлыҡ һәм урындағы халыҡтың ярҙамынан тыш был йүнәлештә уңышҡа өлгәшеп булмаясаҡ.

- Ауылын һәм тыуған ерен яратҡан кешеләр - ағинәйҙәр, ир-аттар, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, райсовет депутаттары, дин әһелдәре, старосталар берләшеп, суррогат алкоголь һатҡан кешеләр менән әңгәмә үткәрергә тейеш. Мәсьәләне киҫкен ҡуйырға кәрәк:  йә сауҙанан тыйыл, йә ауылдан күсеп кит. Баймаҡ районының Темәс ауылы халҡынан өлгө алығыҙ: күптән түгел улар социаль селтәрҙәге үҙ ауылы төркөмөндә суррогат һатҡан кешеләрҙең исемлеген баҫтырған, - тип яҙған депутат һәм ошо юҫыҡта теләктәр һәм тәҡдимдәр булһа, уға мөрәжәғәт итергә кәңәш биргән.  

Фото: bv02.info

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: