Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2022, 22:40

“Ҡашҡаҙан”дың яңы тормошо башлана

"12 июндә, Рәсәй һәм Ҡала көнөндә барыһын да паркты асыу тантанаһына саҡырам. Бында бик яҡты, матур буласаҡ, уртала иһә – музыкаль фонтан. Һыуға катамарандар төшөрөләсәк, ресторандар асыласағын көтәбеҙ. Бәлки, кемдер яхт-клуб асырға ниәтләр".

“Ҡашҡаҙан”дың яңы тормошо башлана
“Ҡашҡаҙан”дың яңы тормошо башлана

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров баш ҡаланың Октябрьский районында урынлашҡан “Ҡашҡаҙан”  паркында булды. Унда  ҙур реконструкция тамамланыу өҫтөндә. Паркты  12 июндә – Рәсәй һәм Ҡала көнөндә рәсми асырға ниәтләйҙәр.

Мәғлүм булыуынса, парктың төп проблемаһы күлгә бәйле: ул үтә һай һәм йыш ҡына үлән баҫа ине. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн һыу ятҡылығын тулыһынса киптерҙеләр, төбөн таҙарттылар, тәрәнәйттеләр һәм балсыҡ менән нығыттылар – был һыуҙың аҫҡа китеүен тотҡарлаясаҡ.

Күл тирәләй махсус ямғыр канализацияһы һалынған, ул тирә-яҡтан аҡҡан ямғыр һәм ҡар һыуҙарын йыйырға ярҙам итәсәк һәм коллекторға йүнәлтәсәк. Шулай уҡ төҙөкләндереүҙең тәүге этабында инженер коммуникациялары үткәрелгән, ярҙар формалаштырылған, ағас-ҡыуаҡтар ултыртылған.

Төҙөкләндереүҙең икенсе этабы 2021 йыл аҙағында башланған. Яр һыҙатында металл каркастағы ҡарағас пирстар ҡуйыу тамамланып килә. Паркта дүрт амфитеатр, биш ял зонаһында япма, дүрт бәүелсәкле пергола буласаҡ, яр буйҙары таш менән нығытыласаҡ.  

Парк юлдарын күл тирәләй 92 консоль яҡтыртҡыслы 66 бағана нурландырып торасаҡ, 89 бағаналағы 356 прожектор йәйәү йөрөү һуҡмаҡтарын яҡтыртасаҡ. Пирстар эргәһе лә яҡты буласаҡ – бының өсөн  237 яҡтыртҡыслы бағана ҡаралған. Пирс эсен иһә иҙәндәге 54 светодиод лампа һәм яҡтыртҡыслы йөҙөүсе шарҙар биҙәйәсәк.

Күл уртаһында нур сәсеп торған музыкаль фонтан урынлаштырыласаҡ. Пляж биләмәһенә махсус кварц ҡомо килтереләсәк. Бында һыу инеүселәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы “Ҡашҡаҙан”ды Рәсәйҙәге иң уңайлы һәм шәп парктарҙың береһе буласаҡ, ти.

–  12 июндә, Рәсәй һәм Ҡала көнөндә барыһын да паркты асыу тантанаһына саҡырам. Бында балалар һәм өлкәндәр өсөн ҡыҙыҡлы ғәмәлдәр күп буласаҡ. Күлдәге һыу сифатлы, һыу инергә мөмкин буласаҡ. Роспотребнадзор ай һайын анализ алып, тикшереп тора. Күлдәге эштәр тамамланыу өҫтөндә, бында бик яҡты, матур буласаҡ, уртала иһә – музыкаль фонтан. Һыуға катамарандар төшөрөләсәк, ресторандар асыласағын көтәбеҙ. Бәлки, кемдер яхт-клуб асырға ниәтләр – беҙ быны хуплайбыҙ. Шатланам һәм ғорурланам! - тине Радий Хәбиров.

 Әйткәндәй, тәьҫораттары һәм башҡарылған эштәр хаҡында республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә яҙған һәм “был эште беҙ Өлфәт Мостафин менән башлаған инек”, тип билдәләгән.

Фото: Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: