Кем һуң ул Рәйлә Зарипова-Фәхретдинова? Илеш районынан күп бала әсәһе 15 йыл рус халыҡ йырҙарын башҡара. Быйыл иһә "Башҡорт йыры" проектында ҡатнашырға йөрьәт иткән. Ә Бөйөк Еңеү көнөн алдынан данлыҡлы йырсы Виктор Цойҙың "Кукушка" йырының башҡортса кавер-версияһын яҙҙырған.
"Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арнап, музыканттар Илназ Мөсәлләмов, видеограф Зирина Виви һәм тәржемәсе Мөнир Иҡсанов командаһы менән гениаль Виктор Цойҙың бөтәһе лә яратып тыңлаған "Кәкүк" йырының каверын эшләнек (оранжировкаһын Полина Гагаринанан үҙләштерҙек). Янымда миңә ярҙамлашҡан Нәфис Йәнбирҙин, Әнисә Саттарова, Лиана Ниғмәтуллина, Роза Закирова, Гөлнара Ғилманова булғанына шатмын", - тип яҙған ул үҙенең шәхси сәхифәһендә.
"Кәкүк" нисек килеп сыҡҡан, беҙҙең гәзиттең "Бәйләнештә" төркөмөндә тыңлағыҙ әле.
Фото: Рәйлә Зарипова-Фәхретдинованың шәхси архивынан.