Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2022, 12:45

Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға

Бөрө районы ваҡиғалар туризмы үҙәге тигән исемгә дәғүә итә.

Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға
Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Бөрөлә үткән фестиваль тураһында яҙып сыҡты.

“Беҙ республикабыҙҙың һәр муниципалитетында үҙенә генә хас махсус ваҡиғаһы,  шул иҫәптән туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итерлек “визит карточкаһы” булырға тейеш тип хәл иттек. Бөрө районында бындай ваҡиғалар бер нисә, ул, ғөмүмән, ваҡиғалар туризмы үҙәге тигән исемгә дәғүә итә.

Бында ике көнлөк “Ваҡыт йылғаһы” тарихи реконструкция фестивале үтте. Барыһы ла 2016 йылда, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы башланғысы менән тарих реконструкторҙары һәм тарихты яратҡандарҙың слеты үткәрелгән мәлдән башланды. Ә 2020 йылда фестиваль “Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында, 2021 йылда – “Тарихи йүнәлештәге иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында Russian Event Awards ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге милли премияһында еңеү яулай.

“Ваҡыт йылғаһы”нда ҡатнашыусылар XII быуат аҙағынан алып төрлө дәүерҙәге көнкүреште һәм алыштарҙы реконструкциялай. Улар иҫәбендә – 1812 йылғы Ватан һуғышы, Беренсе донъя һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы. XVIII быуатта күсмә тормош алып барған башҡорттарҙы ла күрергә мөмкин. Фестивалгә уҡыусылар ҙа йлеп ителгән, был бик яҡшы.

Башҡортостанды танытҡан һәм халҡыбыҙҙа тарихҡа ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләгән өсөн ойоштороусыларға рәхмәт. Был ысынлап та мөһим”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

 

Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға
Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға
Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға
Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға
Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға
Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға
Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға
Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға
Бөрө районында “Ваҡыт йылғаһы” аға
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: