Башҡортостан
-26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май , 16:30

Айбулаттың караптары менән музейҙа танышығыҙ

“Йәшлек” йәштәр гәзите хәбәрсеһе Айбулат Ишназаровтың, тынғыһыҙ журналистика менән бер рәттән, яратҡан шөғөлдәре бихисап: совет осорондағы төрлө машиналарҙың, Рәсәй империяһы ваҡытындағы караптарҙың моделдәрен эшләү, Рәсәйҙә һәм башҡа сит илдәрҙә сыҡҡан тәңкәләрҙе йыйыу... 

Айбулаттың караптары менән музейҙа танышығыҙ
Айбулаттың караптары менән музейҙа танышығыҙ

Рәсәй, Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһының һуңғы йылдарҙа төрлө авиамоделдәр төҙөүсе булараҡ танылыу яулаған Айбулат Ишназаровтың моделизм өлкәһендә ун йыллыҡ тәжрибәһе бар: совет осороноң пассажирҙар самолеттарын йыйған, аҙаҡ СССР һәм Рәсәй автомобилдәре, махсус техника өлгөләрен туплаған.  

 – Төрлө судно моделдәрен эшләү – яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Быға тиклем самолеттар, автомобилдәр моделдәрен әҙерләгәйнем. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ағас менән эшләүе шул тиклем ҡыҙыҡ, мәҫәлән, ул тиҙ генә лакты үҙенә һеңдерә, – тип һөйләй Айбулат.  – Моделизм бәләкәй генә деталдәрҙе өйрәнеүҙе, үҙ-үҙең өҫтөндә даими эшләүҙе, караптарҙың прототиптарын эҙләүҙе талап итә.   

Бына шулай үҙенең хобби серҙәре менән ихлас уртаҡлашҡан  Айбулат Ишназаров үҙенең өсөнсө моделен – Полоцк шхунаһын –  Өфөләге В.И. Альбанов исемендәге Ҡотопсылар музейына илтә. Ошо үҙенсәлекле ваҡиға алдынан беҙ уның сираттағы моделе, ниңә тап уны эшләргә теләүе һәм башҡалар  тураһында һөйләүен һораныҡ.

“Был караптың моделен эшләүе еңел булманы: дүрт ай ярым ваҡыт талап ителде, - ти Айбулат. – Башта - корпусын, артабан карап деталдәрен бер-бер артлы  йыйҙым”. Моделдәр йыйыусының һөйләүенсә, “Полоцк” – Рәсәй империяһының Ҡара диңгеҙ флотына ҡараған судно. 1787 – 1791 йылдарҙа Төркиә менән һуғышта, Синопҡа, Керасундаға һөжүм итеүҙә һәм башҡа алыштарҙа ҡатнашҡан.

Был шхунаның оҙонлоғо –  23,2  метр, киңлеге 7,3 метр тәшкил иткән. Экипаж 120 кешенән торған, суднола сөгөн пушка урынлашҡан. Караптың исеме 1772 йылда Рәсәй империяһына ингән Полоцк ҡалаһы исеменән алынған. 1788 йылда ул адмирал Ф.Ф. Ушаков эскадраһының сигналдарҙы биреүсе шхунаһы булған.

Әйткәндәй, Айбулат Ишназаров быға тиклем Помор кочын һәм дубель-шлюпканы музейға тапшырғайны. Беренсе карап музейҙың Арктиканы үҙләштереү залында урын алды. Был оҙонлоғо 16-17 метр тирәһе тәшкил иткән судно йылдың төрлө миҙгелендә бихисап йылғаларҙа йөҙөү мөмкинлеген бирә икән.

Моделдәрҙе төҙөүсе әйтеүенсә, был коч ниндәйҙер айырым бер прототип түгел, күпселек осраҡта дөйөмләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тап ошондай модель Рәсәй Арктикаһы тарихында ҙур урын биләгән, XI быуатта поморҙарҙың Төньяҡ Боҙло океан буйлап ошо үҙенсәлекле, хатта ниндәйҙер кимәлдә йомортҡаны хәтерләткән конструкция ярҙамында тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәт иткән.

Дубель-шлюпка иһә XVIII быуатта Рус флотында йылғаларҙа, диңгеҙҙәр ярҙары тирәһендә йөҙөү өсөн файҙаланылған. 

Айбулат Ишназаровтың, оперативлыҡ, яуаплылыҡ, ентеклелек талап иткән журналистика менән бер рәттән, ошо үрҙә әйтеп үтелгән моделизм, тағы төрлө тәңкәләрҙе йыйыу йәки нумизматика, бынан тыш, республикабыҙ ҡалалары, райондары значоктарын туплау кеүек шөғөлдәре бар. Киләсәктә ул ошо эштәрен дауам итмәксе. Уға был мауыҡтырғыс шөғөлөндә уңыштар теләйек.

Фото: Нәсих Хәлисов.

Айбулаттың караптары менән музейҙа танышығыҙ
Айбулаттың караптары менән музейҙа танышығыҙ
Айбулаттың караптары менән музейҙа танышығыҙ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в