2021 йыл башында интернетта Шәкүр бабай аккаунт аса. Һәм видеояҙмалар һалып бара башлай. Хәҙерге заманда бик популяр һүҙ менән әйткәндә, блогер булып китә.
Сығышы менән Татарстандың Минзәлә районының Яңы Иркәнәш ауылынан ул. 58 йәштә. Ысын исеме Азат. Фамилияһы Шәкүров булғанға, уны Шәкүр бабай ти ҙә ҡуялар. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Азат Шәкүров оҙаҡ йылдар Яр Саллы ҡалаһында янғын һүндереүсе, водитель булып эшләгән. Ике-өс йыл элек тыуған ауылында өй алып, күсеп ҡайта. Умарталар ултыртып, ҡорттар ҡарай башлай. 10 йыл инде инвалид коляскаһында ултырған сирле ҡатыны Тәслиә өсөн дә ауыл тормошо ҡулай була.
Азат бабай нисек блогер булып китә һуң? Тәүҙә видеолар төшөрөп, ватсапҡа һалған. Улар тиҙ таралып китеп, Шәкүровҡа ҡабаттан да урап килер булған. Бал ҡорттары тураһындағы видеоһының башҡорт умартасыларына тиклем барып еткәнен белгәс, үҙенең аккаунтын булдырырға хәл итә.
Ҡыҙы был эштә ярҙамлашырға ризалаша. Атаһының видеояҙмаларын монтажлап, “Тик-ток”та урынлаштырып бара. Ә уй-теләктәрен Азат бабай үҙе белдерә, сценарий авторы ул тип әйтергә була. Төп темалары – ауыл тормошо, умартасылыҡ һәм балыҡ тотоу. “Башта оҫта ғына һөйләп булмай ине, ҡыйынһына ла инем. Хәҙер шымарам инде, оҫтарам”, – ти ул. Геройыбыҙҙың атаһы ла йор телле, шаян кеше булған икән.
Әйткәндәй, Шәкүр бабайҙың эшмәкәрлеген барыһы ла яратып ҡына ҡарамай, ә күп тәнҡит һүҙҙәре лә әйтәләр, ти. Сөнки уның видеояҙмалары ҙур бәхәс тыуҙырырлыҡ. Мәҫәлән, баҡа “ашаған”, ергә йөҙтүбән ятып, “ер һөргән” роликтары тап шундай. “Әшәке комментарийҙар ҡайһы ваҡыт кәйефте боҙа, әлбиттә. Ҡайһы бер кешеләр барыһын да артыҡ ысынға ала. Көнләшеүселәр ҙә етерлек. Шәкүрҙең башы киткән икән, Шәкүр хыялланған, тигән һүҙҙәр ҙә ишетелә. Кеше һүгеп, әрләп тора, ә барыбер ҡарайҙар. Ғәҙәттә, үҙҙәре булдыра алмағандар ныҡ тәнҡитләй. Ярай, һүкһендәр. Видеоларымды ҡараһалар, ҡыуанам инде, маҡтаһалар, тағы һөйөнөс арта. Был рәүешле аҡса эшләп була тигәндәренә бик ышанып бөтмәйем, әгәр булһа, ҡамасауламаҫ ине”, – ти ул.
Шәкүр бабайҙың видеороликтарында ауылдаштары ла төшкән. Айзат – күрше малайы, йыш күренгән Вәсилә лә – күрше ҡатын.
Бына шундай шуҡ-шаян, мәҙәк кеше булып сыҡты бал ҡорттары ла саҡмаған популяр видео авторы һәм геройы Азат Шәкүров.
Фото: intertat.tatar
Сығанаҡ: https://intertat.tatar/news/tiktok-yoldyzy-sh-k-r-babay-zl-re-bern-rs-buldyra-almagannar-k-p-s-g