Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2022, 17:45

Башҡортостандың Журналистар союзы акцияға ҡушылды

Союз Аппараты хеҙмәткәрҙәре Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе.

Башҡортостандың Журналистар союзы акцияға ҡушылды
Башҡортостандың Журналистар союзы акцияға ҡушылды

Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов Башҡортостандың журналистар йәмәғәтселегенә Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына бер көнлөк эш хаҡын күсереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Бөгөн Башҡортостандың Журналистар союзы Аппаратынан яуаплы секретарь Мәүлиҙә Яҡупова, баш бухгалтер Софья Вәлиуллина һәм сайт буйынса белгес Айбулат Ишназаров етәксенең өлгөһөнә эйәрҙе.    

– Йорттарына ҙур бәлә килгән кешеләргә ярҙам итеү беҙҙең гражданлыҡ һәм һөнәри бурысыбыҙ, тип иҫәпләйем. Бөгөн, бар донъя менән Луганск Халыҡ Республикаһының мохтаж кешеләренә ярҙам йыйған саҡта, беҙҙең битараф булмаған хеҙмәттәштәребеҙ ситтә ҡала алмай, шуға күрә лә был акцияға ҡушылырға ҡарар иттек, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.

Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Красный Луч ҡалаһы янында генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көрәшеүен беләбеҙ. Башҡортостан Республикаһынан барған гуманитар конвой составында республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә бер нисә тапҡыр Украинала булып ҡайтты, атап әйткәндә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тележурналистары һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәрҙәре. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында хәрби хәрәкәттәр зонаһында федераль телеканалдар һәм Рәсәй матбуғат баҫмалары журналистары эшләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бер рәттән беҙҙең хеҙмәттәштәр ҙә ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, Украина биләмәһендә барған хәлдәр тураһындағы барлыҡ дөрөҫлөктө ғәмәлдәге тормош һүрәтләмәләре аша донъя халҡына еткерергә тырыша.

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев үҙ ваҡытында хәрби хәбәрсе сифатында ете һуғышты үткән, Югославиялағы һәм күрше илдәрҙәге барлыҡ һуғыштарҙы күргән, Чечнялағы беренсе һәм икенсе һуғыштарҙа 12 тапҡыр командировкала булған, НАТО-ның Боснияны һәм Косовоны бомбаға тотҡан сағында эшләгән кеше булараҡ, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең ҡайҙа көсөргәнешле, шунда ашҡыныуына ышана – хәрби хәрәкәттәр сығанаҡтарында, митингтарҙа һәм ҡыҙыу бәхәстәрҙә. Махсус операция шарттарында киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенең әһәмиәте пандемия ваҡытындағынан кәм түгелдер, сөнки нәҡ матбуғат аша йәмғиәт мөһим нәмәләр тураһында белә.

– Башҡортостан халҡының Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы халҡына ярҙам күрһәтеүе, республикаға килгән ҡасаҡтар һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу, торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында эшләнгән репортаждар һәм материалдар менән бер рәттән беҙҙең журналистарҙың һәр береһе Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына финанс ярҙам күрһәтеүгә өлөш индерергә һәләтле, – тип иҫәпләй журналистарҙан беренселәрҙән булып бер көнлөк хеҙмәт хаҡын күсергән Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов.

Кем изге эштә ҡатнашып, Луганск Халыҡ Республикаһына ярҙам итергә теләй, аҡсаны түбәндәге реквизиттар буйынса күсерергә кәрәк.

Аҡса күсереү өсөн Социаль маҡсатлы программаһы фонды реквизиттары  
(https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/453994/)

ИНН 0274900243
КПП 027401001
ОГРН 1090200001825
ОКПО 61164359
ОКАТО 80401000000

Адрес: 450078, г. Уфа, ул.Цюрупы, 17

р/с 40703810006000000514
в Башкирском отделении №8598 ПАО Сбербанк
к/с 30101810300000000601
БИК 048073601
Тел: (347) 2463876

Аҡса күсереү алдынан асыҡ оферта шарттары менән танышыу мотлаҡ.

Фото: Башҡортостандың Журналистар союзы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: