Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май , 15:00

Был мунсала йыуыныу бушлай

Өфөлә илдә берҙән-бер төрлө яҡлы хеҙмәт күрһәткән комплекс асылды.  

Был мунсала йыуыныу бушлай
Был мунсала йыуыныу бушлай

Был инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған ябай йыуынып сығыу үҙәге генә түгел, унда эҫе пар бүлмәһе, контраст душ булдырылған, массаж һәм башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү ҙә ҡаралған. Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә барыһы ла бушлай.

Был пилот проекты буйынса асылған мунса Рәсәйҙә әлегә берәү. Уны коммерцияға ҡарамаған ойошма бағыусыларҙың аҡсаһы ярҙамында башҡарып сыҡҡан.

Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: таҙарыныу-һауыҡтырыу хеҙмәте инвалидтар өсөн генә тәғәйенләнмәгән. "Чистотел" ойошмаһы аныҡ йәшәр урыны булмаған асарбаҡтарға ла ошондай ярҙам күрһәтергә ниәтләй.

Фото:bashinform.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в