Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2022, 23:00

Хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло

Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ошо маҡсатта ике миллиард һум аҡса бүленде.

Хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло
Хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло

23 майҙа Башҡортостан Хөкүмәтендә хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа эш биреүселәрҙең ҡатнашыуын әүҙемләштереү мәсьәләһе ҡаралды. Кәңәшмә Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үтте, унда муниципаль район һәм ҡала округтары башлыҡтары ҡатнашты.

“Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар – көрсөккә ҡаршы эшмәкәрлектең төп йүнәлеше. Уның күп өлөшөн беҙ пандемия ваҡытында уҡ тормошҡа ашыра башланыҡ. Саралар сиктәрендә эшләгән граждандарға ла, эшһеҙҙәргә лә ярҙам ҡаралған. Уларға йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү, уҡытыу, федераль түләүҙәр һәм башҡа ярҙам төрҙәре инә”, - тине Андрей Назаров.

Ул хәбәр итеүенсә, бөгөн республиканың хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло.

“Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ошо маҡсатта ике миллиард һум аҡса бүленде. Был аҡсаға республиканың 30 мең гражданын хеҙмәт урыны менән тәьмин итеп буласаҡ. Дөйөм алғанда, хеҙмәт баҙарына 2,3 миллиард аҡса бүленәсәк, шуның 20,3 миллионы республика ҡаҙнаһынан”,  – тип билдәләне Андрей Назаров.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, бүленгән федераль аҡса хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән өс сараны тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк: мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән граждандарҙы йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү өсөн; эшһеҙ ҡалыу ихтималлығы янаған граждандарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу өсөн; эшһеҙ ҡалыу ихтималлығы янаған сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен өҫтәмә уҡытыу өсөн.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: