Башҡортостан чиновниктары тарафынан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына һигеҙ миллиондан ашыу аҡса йыйылды.
"Башинформ" мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте коллективы, төбәк власть органдары, шулай уҡ муниципалитет хакимиәттәре етәкселәре һәм белгестәре лә Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡына ярҙам өсөн бер көнлөк эш хаҡын күсереү буйынса башланғысын күтәреп алды.
Әйтергә кәрәк, акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн аҡсаны махсус иҫәпкә күсерергә кәрәк.
Башҡортостан Журналистар союзы ла коллегаларын Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына ярҙамға бер көнлөк эш хаҡын күсерергә саҡырҙы.
Аҡса күсереү өсөн Социаль маҡсатлы программалар фонды реквизиттары:
ИНН 0274900243
КПП 027401001
ОГРН 1090200001825
ОКПО 61164359
ОКАТО 80401000000
адрес: 450078, г.Уфа, ул.Цюрупы, 17
р/с 40703810006000000514
в Башкирском отделении №8598 ПАО Сбербанк
к/с 30101810300000000601
БИК 048073601
Тел: (347) 2463876
Аҡса күсерер алдынан хәйриә ярҙамы күрһәтеүсе асыҡ оферта шарттары менән танышырға тейеш: (http://fscp.ru/fscp/upload/files/130522_1215_doc00726120220513094517)
Фото: "Башинформ".