Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2022, 10:50

Торатау буйында башҡаса саралар булмаясаҡ!

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. 

Торатау буйында башҡаса саралар булмаясаҡ!
Торатау буйында башҡаса саралар булмаясаҡ!

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим яңылыҡ иғлан итте. Бынан ары Торатау тауы итәгендә республика кимәлендәге ҙур саралар, һабантуйҙар үтмәйәсәк.

Республика етәксеһе белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса уға урындағы халыҡ һәм ғалимдар мөрәжәғәт иткән. Ҙур саралар ваҡытында бында тиҫтәләгән мең кеше килә, үҙенсәлекле үҫемлектәр тапала. Шуға күрә был урынды һаҡларға тигән ҡарар ҡабул ителгән.

– Бынан ары Торатау биләмәһендә ҙур һабантуйҙар үткәрмәйәсәкбеҙ. 60 мең кеше килә, тапай. Был - республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған урын. Урындағылар әйтеүенсә, бында сапсандар йәшәй, уларҙа кешеләрҙең күпләп йөрөүе стресс тыуҙыра. Шулай булғас, башҡа был урында ҙур саралар үткәрмәйбеҙ, – тине ул.

Радий Фәрит улы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға күләмле республика сараларын үткәреү өсөн яңы урын табырға ҡушты.

Фото: pibig.info

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: