Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында Украиналағы махсус хәрби операция барышында һәләк булған Артур Батыров менән бәхилләштеләр. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, егеттең туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.
– Хөрмәтле Артур Нәзиф улы һәм Рәсилә Солтанғәле ҡыҙы, мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары! Бөгөн бында бөтәбеҙҙе лә ҙур ҡайғы йыйҙы - яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Хәрби һөнәрен һайлаған Артур Артур улы һуғыш яланында батырҙарса һәләк булды. Бөтәбеҙгә лә ауыр, һәммәгеҙ менән бергә ҡайғырабыҙ. Хакимиәттән Артурҙың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күреүҙе һорайым, үҙебеҙ иһә уның ғаиләһен һәр яҡлап хәстәрләйәсәкбеҙ. Тыныс йоҡла, өлкән лейтенант, ауыр тупрағың еңел булһын. Мәңгелек хәтер һәм дан һиңә, герой, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Артур Батыровтың ата-әсәһенә улдарына үлгәндән һуң бирелгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич билдәләүенсә, Украина биләмәһендәге махсус хәрби операция күптәрҙә әлеге йәштәр тураһында фекерҙәрҙе үҙгәртте: улар үҙҙәрен ысын герой итеп күрһәтә, көрәш яланында илебеҙ тарихын яҙа.
“Артур менән ғорурланабыҙ. Башҡалар кеүек үк, уны мәңге хәтерҙә тотасаҡбыҙ”, – тине ул.
Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң-иңдәр, яҡшылар һәләк була.
– Артурҙың бала сағы, йәшлеге Дәүләкәндә үтте, ул татыу ғаиләлә үҫте. Мәктәп йылдарында уҡ иң яҡшы сифаттарын күрһәтте: тәртип, аҡыл, уҡыуҙа һәм хеҙмәттә тырышлыҡ. Ул бик мәҙәниәтле кеше ине, бөтәһе лә уға тартылды. Ғүмеренең бик иртә өҙөлөүе үтә аяныслы.Артурҙың ата-әсәһенең, апаһы Каринаның, өләсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡаһарман яҡташыбыҙ беҙҙең йөрәктәрҙә ысын ир-ат, яугир, герой булып ҡаласаҡ, – тине Дәүләкән ҡалаһының 4-се лицейы директоры Фирүзә Ахунйәнова.
Артур ошо лицейҙы тамамлаған, бында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып уның әсәһе Рәсилә Батырова ла эшләй.
Яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән часть вәкиле, өлкән лейтенант Сергей Маринов командование исеменән ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Артур минең иптәшем ине, ғәҙел, тәртипле офицер, яҡшы, асыҡ күңелле дуҫ булды. Рәсәй Президенты указы менән батырлығы өсөн үлгәндән һуң ул Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителде, оҙаҡламай награданы ата-әсәһенә тапшырасаҡтар. Мәңгелек дан геройға, Рәсәй һине онотмаҫ, – тине ул.
Өлкән лейтенант Артур Батыров 1993 йылдың 19 октябрендә Дәүләкән ҡалаһында тыуған. 2000 йылда 2-се мәктәптең беренсе класына барған, аҙаҡ 4-се лицейҙа, 103-сө һөнәри белем биреү училищеһында уҡыған. Үҙен тырыш, аҡыллы уҡыусы булараҡ күрһәткән. Яҡшы өлгәшкән, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан.
2012 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетына уҡырға ингән. Шул уҡ йылдың көҙөндә Рәсәй Ҡораллы Көстәренә саҡырылған. 2013 йылда армия генералы А.В. Хрулев исемендәге хәрби матди-техник тәьминәт академияһы курсанты булып киткән. Бында уҡып бөткәс, уға лейтенант хәрби званиеһы бирелгән, яҡташыбыҙ уҡсылар полкының матди тәьминәт ротаһы командиры тип тәғәйенләнгән. 2020 йылдан Көнбайыш хәрби округының 1-се гвардия танк армияһы уҡсылар взводы командиры булған.
Хеҙмәт иткән саҡта ла ул үҙен һәр ваҡыт яҡшы яҡтан күрһәткән. Үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, яҡшы ойоштороусы булған. Артур - бөгөнгө йәштәр өсөн оло өлгө.
Бәхил бул, яҡташыбыҙ...
Фото һәм текст сығанағы: "Башинформ".