Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш телевидениеһында иртәнге тура эфирҙа Башҡортостан райондары буйлап сәғәтенә 140 саҡрым тиҙлектәге юл һәм Балтас районындағы Альбина менән Венер Хәйҙәршиндар ғаиләһендәге 13-cө баланың тыуыуы тураһында хәбәр итте.
Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенконың 18 майҙағы IX класты тамамлаған 169 уҡыусының Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы тураһындағы яҙмаһы тураһында һөйләнеләр. Уларҙы һәм республикалағы барлыҡ сығарылыш класс уҡыусыларын ҡотлайбыҙ!
Өфөлә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үтә. Турнир атҡаҙанған тренер Владимир Бормандың иҫтәлегенә арналған. Бәйге 24 майҙа тамамлана. Ҡарап өлгөрмәнегеҙме? Ваҡыт бар – барып күрә алаһығыҙ.
Ишембай районында Стаханов урамы, 100-ҙә газ үткәргесе тергеҙгәндәр. Хәл ителгән, иң мөһиме шул.
Бөрөлә Болонло урамындағы 34-се йортта беренсе подъезда канализация тығылған. Мәсәьәлә хәл ителгән. Ә артабан – подъезда нимә булған һәм идарасы компания ниңә был хәлгә юл ҡуйған – асыҡлыҡ индереләсәк.
Ял көндәре һәм аҙна бай эстәлекле булды. Алда – күп хәл-ваҡиғалар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында һәр көн иртәсәк 8:37 сәғәттә – рус телендә, шишәмбелә һәм кесе йомала 8:10 сәғәттә башҡорт телендә тура эфирға сыға.
Фото: скриншот.