Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2022, 10:16

“Атайсал” – берләштерә, изге эштәргә дәртләндерә

Проект яңыраҡ ғәмәлгә инһә лә, наурыҙҙар ошо йүнәлештә күптән уңышлы эш алып бара.

“Атайсал” проекты, яҡташтарҙың тыуған яҡтарына ярҙамын маҡсат итеп ҡуйған йәмәғәт программаһы булараҡ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгәйне. Учалылар, изге эште дәррәү күтәреп алып, тыуған ерҙәренең үҫешенә үҙ өлөшөн индерҙе. Былтыр район биләмәһендә 34 проект тормошҡа ашырылды. Быйыл да эш йылдам бара.

Күптән түгел Наурыҙ ауылында “Атайсал” проекты нигеҙендә һалдат һәйкәле эргәһендә “Хәтер галереяһы” барлыҡҡа килде.

– Ауылыбыҙҙың арҙаҡлы улдары – муниципаль район советы секретары Зариф Ғарипов һәм район советы депутаты Морат Илһамовтың һәйкәл тирәләй яугирҙәрҙең фоторәсемдәренән торған галереяны булдырыу идеяһын ауылдаштар дәррәү күтәреп алды. Улар үҙ аҡсаһына галереяның каркасын булдырҙы, ҡалған эштәрҙе өмә яһап башҡарҙыҡ, – тине урындағы хакимиәт башлығы Гөлсинә Фәттәхова.

Эйе, хәтер галереяһы өсөн наурыҙҙар байтаҡ эш башҡара. Иң тәүҙә яугирҙәрҙең исемлеге асыҡлана, фотолары туплана, эҙләнеү эштәре алып барыла. Исемлек әҙер булғас, уларҙы гранит таҡтаташтарға яҙҙыртыу, галереяның нигеҙен әҙерләү, тирә-яғын таҙартыу кеүек эштәр ауыл халҡы көсө менән тормошҡа ашырыла.

– Беҙҙең ауылдан Бөйөк Ватан һуғышына 105 яугир китә, шуларҙың 76-һы яу ҡырында ятып ҡала. Бөгөн “Хәтер галереяһы”нда 69 яугирҙең исеме мәңгеләштерелде. Гранит плитәләргә яугирҙәрҙең фотоһүрәттәрен төшөрөү, исемдәрен яҙҙыртыу сығымдарын уларҙың туғандары, яҡындары үҙ өҫтөнә алды. Әлбиттә, был эш артабан да дауам итәсәк. Беҙҙең бурыс – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына Наурыҙ ауылынан һуғышта ҡатнашҡан бөтә батырҙарҙың да исемен мәңгеләштереү, – тине Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы.

Ғөмүмән, наурыҙҙар Бөйөк Ватан һуғышында тыныс киләсәк өсөн көрәшкән яугирҙәрҙең хәтеренә һәр саҡ тоғро. Йыл һайын Еңеү көнөндә митинг, “Үлемһеҙ полк” ойошторола.

Ауылда хатта шәхси мемориал да бар. Ғүмерен балалар уҡытыуға арнап, хаҡлы ялда булһа ла, ауылым, ауылдаштарым тип янған Гөлнур Заһированың йорто алдында үҙе йәшәгән Еңеү урамынан һуғыш ветерандарының фотоларынан хәтер диуарын биҙәп ҡуйған, пулемет, пушка макеттары, яу осорон сағылдырған экспонаттар урынлаштырып, фотозона булдырған. Гөлнур Хәлфетдин ҡыҙы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Хәтер” исемле төркөм дә булдырған. Унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ауылдың тарихы, геройҙары, тыл батырҙары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан һалдаттар тураһында мәғлүмәт табырға була.

“Атайсал” проекты яңыраҡ ҡына ғәмәлгә инһә лә, наурыҙҙар ошо йүнәлештә күптән уңышлы эш алып бара. Күп эште улар өмә ойоштороп, бергә башҡарырға күнеккән. Ошо ысул менән йәй айҙарында мәсеткә күп кеше һыйырлыҡ төкәтмә эшләнә, ғибәҙәтхана өсөн ҡышҡа утын да  әҙерләнә.

Ауыл аша үткән йырын өҫтөнән ике ҡупшы күпер, Ҡарас сәсән иҫтәлегенә гранит обелиск, янында – зауыҡ менән ҡоролған беседка, балалар майҙансығы, матур итеп ҡоршалған һыу колонкалары, йүкә, пирамида һымаҡ тирәк, кедр ултыртылған аллеялар – барыһын да ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән наурыҙҙар булдырған.

2007 йылдан башлап ойошторолоп, ир-ат абруйын күтәреү, йәш быуында тыуған төйәккә һөйөү уятыу, быуындар бәйләнешен дауам итеүҙе маҡсат итеп алған “Ауыл көтә улдарын” сараһы һәр ауылға ла үрнәк булырлыҡ. Ул йыл һайын 1 майҙа уҙғарылып, күркәм традицияға әйләнгән. Был көндә ситтә йәшәгән наурыҙҙар, тыуған тө­йәктәренә ҡайтып, ауылды тө­ҙөкләндереү, йәшелләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәлә ҡатнаша, бала саҡ уйындарын уйнап, үҙ һәләттәрен күрһәтеп, ихлас күңел аса.

Бынан тыш, ситтә йәшәүселәр “Ауылдаштар стипендияһы” бул­дырған. Бына инде тиҫтә йылдан ашыу уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә үҙҙәрен күрһәткән Наурыҙ мәктәбе уҡыусылары ошо стипендия менән дәртләндерелә.

Әлбиттә, дәртле, берҙәм наурыҙҙар бының менән генә туҡтап ҡалмаясаҡ, яҡташтарҙың тыуған яҡтарына ярҙамын ойоштороу маҡсатын ҡуйған йәмәғәт программаһы эшен дауам итәсәк.

– Ауылыбыҙҙа тыуып үҫкән билдәле шәхес, дәүләт эшмәкәре Рәшиҙә Солтанова, “Атайсал” проектына ярашлы, финанс ярҙамы күрһәтте. Ауылдаштар менән һөйләшкәс, был аҡсаға Яйыҡ йылғаһы аръяғындағы туғайлыҡта беседка эшләтергә уйлайбыҙ. Наурыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес гүзәл. Йәшмәгә бай тауҙарҙы, Яйыҡ аша һалынған аҫмалы күперҙе күрергә төрлө яҡтан бихисап ҡунаҡтар килә. Бүтән төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтар ҙа иң тәүҙә Яйыҡ буйында ял итергә ашыға, шуға күрә рәхәтләнеп аралашыу, табын ҡороу өсөн уңайлы урын кәрәк. Проектҡа башҡа ауылдаштар ҙа ҡушылды. Берҙәм көс менән тиҙҙән был эште лә башҡарып сығырыбыҙға шик юҡ, – тине хакимиәт башлығы.

Бына шулай йәшәй наурыҙҙар. Берҙәм, татыу, егәрле булғанға күрә, тормоштары ла алға тәгәрәй, киләсәктәре лә өмөтлө.

Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас: