Фәнил Байышев. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ҙур эштәр башҡарырға өлгөргән, әгәр йәшәһә, халҡыбыҙ һәм фәнебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәр бүләк итерлек потенциалға эйә шәхес, ғалим була ул. Ризаитдин Фәхретдиновтың тормошо һәм эшмәкәрлеге буйынса хеҙмәттәре, Ҡөрьән һәм ғәрәп телен өйрәнеү буйынса методик ҡулланмалары, Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыуы – ошо фекергә ныҡлы дәлил. Фәнил Нафиҡ улының ваҡытһыҙ вафаты уның күп кенә фәнни эҙләнеүҙәрен һәм ижади хыялдарын тормошҡа ашырмай ҡалдыра.
Фәнил Нафиҡ улы Байышев 1956 йылда Балаҡатай районының Монас ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Һандалаш ауылында башланғыс мәктәп тамамлай, артабан Айҙаҡай, Яңы Балаҡатай мәктәптәрендә, Өфө ҡалаһындағы 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты – авт.) уҡый. Фәнил Байышев бала саҡтан уҡыуға зирәк, отҡор булыуы менән айырыла. Биш-алты ғына йәшендә олатаһы Фәррәх Ислаховтың ярҙамында хәрефтәр өйрәнеп, уҡый-яҙа башлай. Башланғыс кластарҙа атаһының ҡулында уҡый. Ошо ваҡытта уҡ мәктәп китапханаһындағы һәм өйҙәге барлыҡ китаптарҙы уҡып бөтә.
“Беҙ 30 ғына өйҙән торған ауылда үҫтек. Ҡарттайыбыҙ, япон һуғышында ҡатнашып, ярайһы уҡ русса өйрәнеп ҡайтҡан кеше ине. Ул гәзит-журналдарҙы күпләп алдырҙы. Ҡыҙыҡһыныусан холоҡло Фәнил ҡустыбыҙ, ҡарттайыбыҙҙың эргәһенән китмәй, ошо баҫмалар ярҙамында биш кенә йәшендә уҡырға өйрәнде. Бына шулай бала саҡтан белем алыуға ынтылышы ҙур булды. Ипле, матур холоҡло, ярҙамсыл булды туғаныбыҙ”, – ти бер туған апаһы Лена Һибәтуллина.
Ике туған апаһы Мәүлихә Ергизованың хәтирәләренән: “1969 йылда мин Фәнилде 1-се Республика башҡорт мәктәп-интернатында уҡырға килтерҙем. Ул саҡта Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала инем. Тәүҙә Фәнил ата-әсәһен бик һағынды, ауылға кире ҡайтырға ла теләне. Аҙаҡ инде өйрәнеп китте, бик тырышып уҡыны, уҡытыусылары, тәрбиәселәре маҡтап ҡына торҙо”.
Артабан Фәнил Байышев армия хеҙмәтендә булып, ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәндән һуң, Ленинград дәүләт университетының Көнсығыш факультетына уҡырға инә. 1983 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң, Йәмән Республикаһына премьер-министрҙың һәм планлаштырыу буйынса кәңәшселәрҙең консультанттар төркөмөнә тәржемәсе итеп ебәрелә. Шулай итеп, инглиз, иврит, ғәрәп телдәрендә иркен аралашҡан башҡорт егетенә 1983 – 1987 йылдарҙа сит илдә йәшәргә һәм эшләргә тура килә.
Шулай ҙа Фәнил Байышев һәр ваҡыт тыуған төйәгенә ҡайтыу, үҙ ерендә фән менән шөғөлләнеү тураһында хыяллана. 1987 йылда Башҡортостанға ҡайта һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй башлай, 1992 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр була.
Фәнил Нафиҡ улының фән донъяһына аяҡ баҫҡан осоро, ғилми әҙерлеге тураһында фекер йөрөтөү өсөн академик Зиннур Ураҡсиндың хәтирәләренә күҙ һалайыҡ. “Фәнил Байышевтың ғәрәп телен һәйбәт белеүен, иҫке һәм хәҙерге ғәрәп яҙыуын яҡшы таныуын тулыраҡ файҙаланырға тырышып, ғилми совет уға мәшһүр ғалим, шәрҡиәтсе Ризаитдин Фәхретдиндең ижадын өйрәнеү бурысын йөкмәтте. Йәш ғалим өс йыл эсендә аспирантураның теоретик курсын бик яҡшы үтеп, материал туплап, диссертацияһын өҫтәлгә һалды һәм, уны уңышлы яҡлап, “тарих фәндәре кандидаты” тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ булды. Уның әҙерлеге, ғилми яҡтан өлгөргәнлеге, эшкә һәләте шул тиклем көслө булды. Йәш тарихсының киләсәге лә бик өмөтлө ине, институтта уның эшмәкәрлегенә, мәғлүмәтлелегенә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Институт өсөн оло табыш булды ул”, – тип яҙа Зиннур Ғәзиз улы.
Фәнил Байышевтың халҡыбыҙға эшләгән оло бүләктәренең береһе – “Ҡөрьән Кәрим”де тәүге тапҡыр башҡорт телендә нәшер итеүҙә ҡатнашыу. Бөгөн был изге китапты башҡортса уҡыусылар уны ҡулына алған һайын тәржемә итеүселәргә, сығарыусыларға мең-мең рәхмәт уҡый. Был изге эште ҙур теләк менән башҡара Фәнил Нафиҡ улы. Быға бала саҡтан ҡарттайы янында дини тәрбиә алыуы ла, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе биргән ғәрәп халҡы, уларҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәү рәүешен, тормошон, Ислам динен өйрәнеүе лә булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Бөгөн башҡорт телендәге “Ҡөрьән Кәрим” мосолмандарыбыҙҙың өйҙәренә ҡот, үҙҙәренә иман өҫтәүен дауам итә.
“Фәнил эшкә тотонор алдынан оҙаҡ уйлана, төрлө яғын ҡарай, һөҙөмтәһе аҙ булырҙай эштән баш тартырға ла көсө етә ине. Ғалим өсөн был да бик мөһим, сөнки көстө ваҡ-төйәккә сарыф итеү фән кешеһе өсөн үтә лә зарарлы. Әҙ генә ваҡытта үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытып өлгөрҙө. Бер йыл да эшләмәне, институт коллективы уны бер тауыштан профсоюз комитеты рәйесе итеп һайланы.
Фәнилдең тормошҡа ғашиҡлығы, кешеләргә ярҙамсыллығы, етеҙлеге яңы ғына алған баҡса ерендә ең һыҙғанып эшләүендә лә күренә ине. Уның хеҙмәттәштәре, ҡорҙаштары, дуҫтары, яҡындары күңеленә һалған изгелек, яҡтылыҡ орлоҡтары шытты, улар мәңге онотолмаҫ”, – тигән юлдар ҙа бар Зиннур Ураҡсиндың хәтирәһендә.
Эйе, бик иртә, 37 йәшендә генә, өҙөлә йәш ғалимдың ғүмере. Ә бит тәбиғәттән бирелгән һәләте, маһирлығы, тырышлығы менән фән тауының күпме бейеклектәрен яулар ине ул! “Фәнил изге күңелле, ярҙамсыл булды, олоно – оло, кесене кесе итә белде. Маҡтаныуҙың әҫәре лә булманы унда, үтә баҫалҡы, матур холоҡло ине”, – ти туғандары. “Фәнил Байышев, әлбиттә, тиҙ арала фән докторы булыр ине. Институтта кешеләргә диссертация яҡларға ла, тәржемә итергә лә һәр ваҡыт ихлас ярҙам итте”, – тип иҫкә ала коллегалары. Башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатыны Рәмилә Марат ҡыҙы, балалары Ләйлә, Сәлих һәм Әминә лә ҡәҙерле кешеләре тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлап йәшәй. Фәнил Нафиҡ улының балалары, юғары белемгә эйә булып, тормошта үҙ урынын тапҡан.
1994 йылда, “Ҡөрьән Кәрим”де башҡорт телендә сығарыуҙа ҡатнашҡаны өсөн, Фәнил Нафиҡ улы Байышевҡа үлгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА