Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2022, 15:00

Ауыл йәме булып урман үҫер

Баймаҡ районының Түбәнге Таулыҡай ауылынан Ирғәле Хөсәйенов Күстәнә тауы итәгендә 700 төптән ашыу ағас үҫтерә. 

Ауыл йәме булып урман үҫер
Ауыл йәме булып урман үҫер

Бынан дүрт йыл элек Ирғәле Сәфәрғәле улы тыуған ауылы Түбәнге Таулыҡай янындағы Күстәнә тауы итәгенә ағас ултыртыу башланғысы менән яна башлай. Хәйер, быға тиклем дә ул әлеге тауға берешәрләп ҡайын, ҡарағай үҫентеләре ултыртып үҫтергән була.

Ағас ултыртыуҙы 2019 йылдың яҙында – Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға бағышлап башҡарыу өсөн алдағы көҙҙә үк урын әҙерләп ҡуйырға була. Ауылдашы Әҡсән Сәлихов үҙенең тракторы менән тейешле урынды һөрөп бирә.

- Шулай итеп, ерҙе көҙҙән әҙерләп ҡуйҙыҡ. Иртә яҙҙан башҡа эштәргә тотондом. Изге ниәтемде тормошҡа ашырыуға күрше-күлән, ауылдаштар, туғандар, ғаиләм ихлас ярҙам итте. Шулай уҡ урындағы Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының, уның рәйесе Ғәлим Булат улы Сәлимовтың булышлығы ҙур булды. Берҙәм көс менән биләмә кәртәләп алынды. Был эштә миңә ауылдаштарым Рәхимйән Ғәлин, Әҡсән һәм Салауат Сәлиховтар, Радик Байегетов, Ишбулды Күсәрбаев, мәктәп уҡыусыһы Рәфис Ишкинин, Сыңғыҙ ауылынан Юлай Мансуров айырыуса ҙур ярҙам күрһәтте. 2019 йылдың 19 апрелендә ғаиләм, туғандар, ауылдаштар менән бергәләп Темәс урман хужалығынан ҡайтарылған ҡарағай үҫентеләрен ултырттыҡ. Ауылдашыбыҙ Йәүҙәт Шәһит улы Мөхәмәтйәнов ҡарағас үҫентеләре лә алып килде. Ылыҫы ағастарға ышыҡ булһын тип бер рәт ҡайын үҫентеләре лә ултырттыҡ. Бына шулай барлыҡҡа килде был ағаслыҡ, - тип һөйләне Ирғәле Сәфәрғәле улы.

Ҡасандыр Күстәнә тауы итәгендә урман булған, халыҡ ошонда еләк-емешкә йөрөгән. Сәсеүлектәрҙе киңәйтеү, күпләп мал аҫрау, тәбиғәткә һаҡһыҙ мөнәсәбәт арҡаһында һуңғы йылдарҙа тау ҡола урынға әйләнде. Элекке ҡайын урманынан ҡалған ҡайындар ҙа ҡартайып, берәм-берәм ауып бөтөп бара ине. Ә хәҙер бында 700-ҙән ашыу йәш үҫенте баш ҡалҡытып килә. Ирғәле Сәфәрғәле улы тәжрибә рәүешендә пихта, шыршы, алмағас, кедр, йүкә лә  ултыртҡан.

Ғөмүмән, Зәһүрә Һәм Ирғәле Хөсәйеновтарҙың татыу, күркәм ғаиләһе ауылда иң хөрмәтлеләрҙең береһе һанала. Улар баҡса үҫтерергә ярата. Ирғәле Сәфәрғәле улы оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән дә шөғөлләнде. Бына шундай һоҡланғыс ғаилә йәшәй Түбәнге Таулыҡай ауылында. Мин барғанда Ирғәле Сәфәрғәле улы тағы бер изге башланғысҡа тотонорға ниәтләп йөрөй ине: Иркәш менән Күстәнә тауҙары араһындағы Иркәш шишмәһен тергеҙеп, инешен рәтләп, торба ҡуйырға уйлай. Был маҡтауға лайыҡ эшкә ғаилә дуҫтары Әлифә һәм Сәғәҙәт Үҙәнбаевтарҙың ғаиләһе менән бергә тотонған улар.

Һикһән йәште артылып, һаулыҡ йәһәтенән һынылышлы мәлдәр кисереүгә ҡарамаҫтан, рух ныҡлығын юғалтмаған, тыуып үҫкән еренең илһөйәр улы булған Ирғәле Сәфәрғәле улының һәр башланғысы бары тик маҡтауға, һоҡланыуға лайыҡ.

Автор фотолары. 

Ауыл йәме булып урман үҫер
Ауыл йәме булып урман үҫер
Ауыл йәме булып урман үҫер
Ауыл йәме булып урман үҫер
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: