Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2022, 10:17

Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы

Уларҙы дөрөҫ хәрәкәт итеү мәҙәниәтенә өйрәтегеҙ.

Г. Ғүмәрованың архивынан.
Фото:Г. Ғүмәрованың архивынан.

Йәмле йәй менән бергә балаларҙың көтөп алған каникулы ла яҡынлаша. Йылы миҙгелдә балалар күп ваҡытын урамда үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы төрлө бәлә-ҡаза һағалап ҡына тора, бигерәк тә юлдарҙа теркәлгән хәл-ваҡиғалар уйланырға мәжбүр итә. Ошондай хәүефле хәлдәрҙе нисек иҫкәртергә? Балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә нисек төшөндөрөргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап биреүен һорап, Рәсәй Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ-һының Учалы районы буйынса бүлеге юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы, өлкән лейтенант Гөлнара ҒҮМӘРОВАҒА мөрәжәғәт иттек.

– Гөлнара Фәрит ҡыҙы, Учалыла юл-транспорт ваҡиғаларына ҡағы­лышлы һандар ни хаҡта һөйләй?

– Йыл башынан ҡала һәм район буйынса 176 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа һигеҙ кеше йәрә­хәтләнде. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ. Юл хәрәкәте өлкәһендә 2949 административ хоҡуҡ боҙоу күҙәтелде, шуларҙың 187-һе тупаҫ рәүештә ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауға бәйле. 73 водитель эскән килеш автомобилгә идара итеп тотолдо. 58 осраҡта йәйәүлеләр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Балалар ҡатнашлығында ете юл ваҡиғаһы теркәлде, шуларҙың бишәүһе – ҡалала. Дүрт юл аварияһы балаларҙы бәрҙереү менән бәйле, бер осраҡта мотоциклға идара иткән бәлиғ булмаған үҫмер бәләгә тарый. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ.

Район биләмәһендә ике осраҡ та май башында теркәлде. Ике үҫмер Мишкә ауылына илткән трассала мотоциклда елдерә һәм юлдан ситкә төшөп китә.

Һуңғы осраҡ Сәфәр ауылында булды. Киске сәғәт туғыҙ тирәһендә 9-сы класс уҡыусыһы, ололар өйҙә булмаған саҡта атаһының ҡулдан эшләнгән тракторын алып сығып, тиҫтер ҡыҙҙарҙы йөрөтөп, маһаймаҡсы була, күрәһең. Әммә рулгә идараны юғалтып, юлдан оса, техника баштүбән ауҙарыла. Дүрт үҫмер ҙә төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән ҡала.

– Балаларҙың бәләгә тарыуында төп сәбәптәр ниндәй?

– Өлкәндәр тарафынан тейешле контролдең  булмауы, баланың иғтибарһыҙлығы, тәжрибәһеҙлеге арҡаһында транспорт хәрәкәтен аныҡ баһалай белмәү. Балалар онотолоп уйнаған саҡта,  велосипедта йәки скутерҙа йөрөгәндә йыш ҡына, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, юл сатына ла килеп сыға. Ә был водителдәр өсөн көтөлмәгән хәл булыуы ихтимал. Ошондай хәүефле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында беҙ төрлө саралар, рейдтар, акциялар уҙғарабыҙ. Әммә күпселек осраҡта барыһы ла тәрбиәнән тора, иң тәүҙә ата-әсә балаһын үҙен юлда тотоу мәҙәниәтенә өйрәтергә бурыслы.

Велосипед һәм башҡа мототранспорт саралары ла юғары хәүеф сығанағы булып һанала. 14 йәшкә тиклемге балалар велосипедта ихатанан өлкәндәрҙең күҙәтеүендә генә сыға ала. Һуңғы йылдарҙа республиканың ҡайһы бер ҡалаларында велосипедсылар өсөн махсус юлдар барлыҡҡа килде. Ғәҙәттә, улар автомобиль юлдарына параллель рәүештә һалына, әммә юл саттары аша ла үтә. 14 йәше тулған велосипедсылар ғына ошо махсус һыҙаттарҙан файҙаланырға хоҡуҡлы.

Еңел мотоциклдарҙа, скутерҙарҙа башлыса транспортҡа идара итеү оҫталығы ла, тәжрибәһе лә, күпселек осраҡта танытмалары ла булмаған үҫмерҙәр елдерә. Скутерҙа йөрөү­селәрҙең юл-транспорт ваҡиғаларында күп осраҡта вафат булыуын, имгәнеүен иҫәпкә алып, хатта транспорттың был төрөн бөтөнләй тыйырға тигән фекер йәмғиәттә көндән-көн нығына. Әлбиттә, тыйыу  проблеманы хәл итеү юлы түгел. Балаға скутер һатып алырҙан алда ата-әсә йәш водителде уҡытыуҙы хәстәрләргә тейеш. Үҫмер бәлиғ булғас ҡына транспорт сараһына идара итергә хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта һаҡланыу саралары – шлем һәм таянғыстар тураһында ла оноторға ярамай.

– Нисә йәштән мопед, мотоцикл йәки автомобилгә идара итеүгә рөхсәт бирелә?

– Мопедта 16 йәштән алып йөрөргә була, бының өсөн М категориялы водитель танытмаһы талап ителә. Двигатель күләме 125 куб. сантиметр тәшкил иткән мотоциклға идара итергә лә 16 йәше тулғандарҙың ғына хоҡуғы бар, әммә был осраҡта А1 категориялы водитель танытмаһы кәрәк. Ә мотоциклға йәки автомобилгә 18 йәше тулғандар А һәм В категориялы танытмалары булған осраҡта ғына идара итә ала.

Әйткәндәй, танытма алыу өсөн 16 йәштән уҡырға була, әммә үҫмергә 18 йәш тулғас ҡына, техникаға идара итергә хоҡуҡ биргән документ уның ҡулына тапшырыла.

– Бәлиғ булмаған балаһына рулгә ултырырға рөхсәт биргән ата-әсәне ниндәй яуаплылыҡ көтә?

– РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяһына ярашлы, уларға ҡарата 30 мең һум штраф ҡаралған. Автомобиль штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Әгәр ҙә бәлиғ булмаған үҫмер автомобилгә идара ителгән мәлдә тотола икән, ата-әсәһенән 5 – 15 мең һум күләмендә административ штраф түләтеләсәк, был осраҡта ла техник сара штраф туҡталҡаһына ебәрелә.

Шулай уҡ бәлиғ булмаған баланың ата-әсәһе йәки уның законлы вәкиле РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса ла яуапҡа тарттырылыуы ихтимал. Унда бәлиғ булмаған үҫмерҙе тәрбиәләү бурыстарын  үтәмәгән йәки тейешенсә башҡармаған өсөн иҫкәртеү йәки 100 – 500 һумлыҡ штраф ҡаралған.

– Ата-әсәләргә балалары бәлә-ҡазаға осрамаһын өсөн ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

– Бер кем дә “тап минең балам юл-хәрәкәте ваҡиғаһына эләгер’’ тип уйламай. Бәлә-ҡаза теркәлһә, был осраҡлы хәл, тип иҫәпләй, кемделер ғәйепләй. Ата-әсәләр шуны аңлаһын ине – баланың күңелһеҙ хәлгә тарыуында тәү сиратта үҙҙәре ғәйепле. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Дөрөҫ хәрәкәт итеү мәҙәниәтенә өйрәтегеҙ. Уның менән бергә эргә-тирәләге юлдарҙың айырыуса хәүефле урындарын билдәләгеҙ, мәҫәлән, хәрәкәт итеү тәртипкә һалынмаған юл саты, тар тротуар, магазин янында йөк машиналарының туҡтау урыны һ.б. Йәмәғәт транспортына ултырған, төшкән мәлдә тыуған хәүеф тураһында ла мотлаҡ аңлатығыҙ. Бәләкәй йәйәүле урамда мөмкин тиклем алыҫтан абайларлыҡ булһын, кейеменә яҡтылыҡты кире ҡаҡлыҡтырыусы махсус билдәләр ҡуйығыҙ. Был ҡараңғы мәлдә йәки насар һауа торошо шарттарында уны бәләнән ҡурсалаясаҡ.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.

Римма Солтанова

Читайте нас: