Йәмле яҙ етеү менән янғын йәһәтенән айырыуса хәүефле осор башлана. Ғәҙәттә, был хәүефле осор апрель башынан ноябрь аҙағынаса дауам итә, ә уның иң ҡатмарлы өлөшө июнь-август арауығына – эҫе йәйгә тура килә. Мәҫәлән, быйылғы апрелдең бер аҙнаһында ғына Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән райондарында ете урман янғыны теркәлде. Бәхеткә күрә, уларҙың барыһын да артыҡ таралып өлгөрмәгән мәлендә ауыҙлыҡлау мөмкин булған.
Был осорҙа нимәләр тыйыла?
Иң төп талап – усаҡ яғыу бөтөнләй тыйыла, хатта үҙ биләмәңдә былтырғы ҡоро ҡый үләнде лә яғырға ярамай. Тәбиғәт ҡосағында – урманда йәки ялан-ҡырҙа усаҡ тоҡандырыу тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Әлеге мәлдә урманға машина йәки мотоцикл менән барыу ҙа сикләнә. Шулай уҡ тәмәке төпсөктәрен дә ташларға ярамай.
Янғын инспекторҙары һәм урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре – ауыл-ҡалаларҙа, баҡсаларҙа, ә урмансылар һәм егерҙар, урмандарҙа йөрөп, ут яғыу осраҡтарын тикшерә.
Һуңғы йылдарҙа рөхсәтһеҙ ут яҡҡан өсөн штрафтар ярайһы уҡ арттырылды: ябай халыҡ өсөн – 4-5 мең һум, вазифа биләгән кешеләргә – 20-40 мең һум, юридик ойошмаларға – 500 мең һумға тиклем. Был хаҡта РФ Административ тәртип боҙоуҙар кодексының 8.32-се статьяһының 3-сө пунктында әйтелә (“Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу”). Машина менән урманға ингән йәки тәмәке тартҡан өсөн биш мең һум штраф ҡаралған. Төрлө тәртип боҙоуҙар өсөн һалынған штрафтарҙың бергә ҡушылыуы, йәғни бер кешегә бер нисә төрлө штраф һалыныуы ихтимал. Мәҫәлән, күңелле компания менән урманға шашлыҡ ҡурырға сыҡһағыҙ, ял сараһында ҡатнашҡан һәр кемгә ике төрлө штраф, йәғни унар мең һум һалына. Әгәр һеҙ тоҡандырған усаҡ арҡаһында ҙур янғын сыҡһа, штраф бер миллион һумға етә, өҫтәүенә янғынды һүндереү, урманды тергеҙеү өсөн киткән барлыҡ сығымдар һеҙгә һалына. Айырыуса ҡурҡыныс эҙемтәләр булған осраҡта өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
Урман ни сәбәпле яна?
Былтыр республика халҡы Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарын ялмап алған янғындар тураһында хәбәрҙар булды. Йыл дауамында 480 урман янғыны теркәлде, был һуңғы биш йылдағы уртаса күрһәткестән биш тапҡырға күберәк. Уттан 15 мең гектар урман зыян күрҙе. Был 23 мең футбол майҙансығына тиң. Янғынға ҡаршы көрәшкә йөҙҙәрсә ҡотҡарыусы, меңдәрсә ирекмән сыҡты.
Айырыуса ҡурҡыныс янғындар Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Нуриман, Учалы һәм Хәйбулла райондарында теркәлде. Был уларҙың географик урыны, климат һәм рельеф үҙенсәлектәре менән бәйле.
Урман ни сәбәпле яна? Бер ус ҡоро үләнде алып, өҫкә күтәрегеҙ әле. Ул үҙенән-үҙе янып китәсәкме? Юҡ, әлбиттә! Тоҡанһын өсөн уға “ярҙам” итергә кәрәк.
Былтырғы урман янғындарының төп сәбәбе – тәбиғәт факторы: ҡоро ағасҡа йәки үләнгә һуғылған йәшен уты. Икенсе урында – кешенең һаҡһыҙ мөнәсәбәте. Барлыҡ янғындарҙың яртыһының сәбәбе – һүндерелмәй ташланған шырпы, тәмәке төпсөгө, үләнде яндырыу, эсендә шыйыҡса булған быяла шешә (ул ҡояш нурҙарына лупа кеүек тәьҫир итә), төҙөк булмаған машинанан сыҡҡан осҡон.
Тыйыуҙар индереүҙең төп сәбәбе тап ошоларға бәйле: “кеше факторын” мөмкин тиклем кәметеү.
Шашлыҡ ҡурырға мөмкинме?
Эйе, мангалдағы усаҡ та асыҡ ут сығанағы һанала һәм тыйыла. Күмер ҡулланып итле ризыҡтар әҙерләргә мөмкин, әммә янғынға ҡаршы барлыҡ талаптарҙы үтәү мотлаҡ. Былтырғы йылдан түбәндәге ҡағиҙәләр ғәмәлдә: мангалдан ике метр арауығында тиҙ тоҡаныусан әйберҙәр булмаһын, йорт ҡоролмаларына тиклем биш метр ара булыуы мотлаҡ. Янығыҙға бер-ике биҙрә һыу, янғын һүндереү ҡорамалы ҡуйһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Былтырғы йылдан баҡсасылар һәм ауыл ерендә йәшәүселәр үҙ биләмәһендәге үләнде ваҡытында сабып, йыйып алып торорға тейеш, әммә кипкән үләнде, башҡа төрлө сүп-сарҙы яндырырға ярамай!
“Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай”, ти халыҡ аҡылы. Ут – кешелек өсөн һанап бөткөһөҙ уңайлыҡтар тыуҙырған сығанаҡ булыу менән бер рәттән, ҡот осҡос емергес тәьҫиргә лә эйә көс ул. Шуға күрә тәбиғәткә сыҡҡанда ла, йорт-ҡура янында ла ут менән ныҡ һаҡ булайыҡ. Аңһыҙ бәләләрҙән, ут ҡазаларынан Хоҙай Тәғәлә үҙе һаҡлаһын!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
(Мәҡәләлә “Республика
сегодня” баҫмаһы мәғлүмәттәре файҙаланылды).