Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2022, 20:00

Был икәүҙән һеҙ ҙә алданып ҡуймағыҙ!

"Инйәрҙәнбеҙ, йоҡлап сығырға урыныбыҙ юҡ", тип йәлләтеп инеп...

Был икәүҙән һеҙ ҙә алданып ҡуймағыҙ!
Был икәүҙән һеҙ ҙә алданып ҡуймағыҙ!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлексәһенә 75 йәшлек ҡатын үҙен талап сыҡҡан ике кешене табышыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән.

Пенсионер һөйләүенсә, көндөҙ подъезд алдындағы сәскәләрҙе тәрбиәләп йөрөгәндә янына ике ҡатын килеп, Инйәрҙәнбеҙ, йоҡлап сығырға урыныбыҙ юҡ, тип зарланғас, был икәүҙе йәлләп, фатирына саҡыра, сәй эсерә. Ҡунаҡтарҙың береһе әһәмиәт бирмәгән кеүек кенә, өйөгөҙҙә сихыр бар икән, ти. Һәм үҙенең уны юҡҡа сығара алыуы тураһында ла әйтеп ҡуя. Хужабикә "сихыр" тигәндән ҡурҡып, күрәҙәсенең ярҙамынан баш тартмай һәм, ул әйткәнсә, һыулы стакан, гәзит, яулыҡ, ҡара төҫтәге сепрәк киҫәге һәм аҡса, алтын биҙәнеү әйберҙәрен килтереп сығара. "Күрәҙәсе" ауыҙ эсенән нимәлер бышылдап уҡый ҙа стаканды хужабикәнең ҡолағына ҡуя: "Ишетәһеңме, һыу ҡайнаған тауыш сыға..." Бының көсө ысынлап та барлығына ныҡлы ышанып, хужабикә 35 мең һум аҡсаһын да килтереп тоттора. Тегенеһе уны һәм алтын әйберҙәрҙе гәзиткә, шунан ҡара сепрәккә төрөп, шифоньерға ырғыта ла өс көн буйына теймәҫкә ҡуша.

Ритуалдың иң мөһим өлөшө урамға сығып йөрөү була. Шунлыҡтан барыһы ла тышҡа сыға һәм, күрһәтмә буйынса, өсөһө өс яҡҡа тарала. Өйөнә ҡатын яңғыҙы ғына ҡайтып инә, яңы таныштары башҡаса был тирәлә күренмәй. Күңеленә шик төшөп, ул төргәкте тағатып ҡарай, әммә унда бер ни ҙә булмай сыға. Шунда ғына үҙенең төп башына ултыртылғанын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Ғаризаға ярашлы, мутлыҡ ҡылыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Шаһит ҡатын ярҙамында фоторобот төҙөлә, оятһыҙ әҙәмдәрҙе эҙләү ойошторола.

Алдаҡсы ҡатындарҙың билдәләренә иғтибар итегеҙ: яулыҡлыһына 55-65 йәш тирәһе, буйы 165-170 сантиметр, тығыҙ кәүҙәле, сәсе, күҙҙәре ҡара төҫтә. Өҫтөндә һоро куртка, аяғында - ҡара туфли, башына асыҡ көрән яулыҡ ябынған.

Шапка кейгән ҡатындың йәше - яҡынса 19-25 тирәһе, буйы 165-170 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, күҙҙәре һоро, сәсе ҡара. Өҫтөнә асыҡ төҫтәге ҡыҫҡа пальто, ҡара салбар, ҡара кроссовка кейгән, шапкаһы һоро.

Был ҡатындарҙы таныһағыҙ, полицияға шылтыратып хәбәр итеүегеҙ һорала.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары халыҡты уяу булырға, билдәһеҙ әҙәмдәргә ышанмаҫҡа, өйгә үткәрмәҫкә саҡыра. Оло йәштәге туғандарығыҙға был хәл тураһында һөйләгеҙ, ошоға оҡшаш хәлдәрҙән иҫкәртегеҙ.

Фото: Эске эштәр министрлығы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: