Өфө ҡалаһының 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында профилактик тикшереүҙе шулай тиҙ үтергә мөмкин.
– Беҙҙә пациенттар диспансерлаштырыуҙы 15 минутта үтеп ҡайтып китә, – тип ғәжәпләндерҙе Өфө ҡалаһының 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының консультация-диагностика бүлеге мөдире Марсель Мәүлит улы Исмәғилев.
Өс балам менән йыл һайын медицина тикшереүен көн буйы үтеп, әлһерәп ҡайтып ингән кеше булараҡ, был һүҙҙәрҙе бер ни тиклем шикләнеп ҡабул иттем. Аҙаҡ, барлыҡ ойоштороу процесын күреп, ата-әсәләр менән аралашҡас, быға тулыһынса инандым. Бөтәһе лә планлаштырыуҙан башлана икән: етәкселек киләһе айға профилактик тикшереү графигын алдан әҙерләп ҡуя, мәҫәлән, тәғәйен көнгә бер айлыҡ сабыйҙарҙы ҡарау билдәләнһә, иртәгәһенә – ете йәшлектәр һәм башҡалар. Участка педиатрҙары, һәр ата-әсәгә шәхсән шылтыратып, ошо турала хәбәр итә һәм алдан анализдар бирергә кәрәклеген еткерә. Был көндә улар ультратауышлы тикшереү, ЭКГ, ЭХОКГ үтә һәм пациенттарға диспансерлаштырыу көнөнөң датаһы, сәғәте, белгестәр исемлеге яҙылған чек-лист тапшырыла. Мәҫәлән, тәүге биш кеше иртәнге сәғәт 8-гә килһә, тағы биш кеше 9-сы 5 минутта ҡабул ителә башлай. Шулай итеп, бер ниндәй ҙә сират, оҙайлы көтөүҙәр булмай. Профилактик тикшереү булған көндәрҙә, атай-әсәйҙәр аҙашып йөрөмәһен өсөн, өс поста өс шәфҡәт туташы мотлаҡ ҡаршылап, аңлатып тора. Ул ғына ла түгел, тотош дауахана буйлап йөрөү ҙә талап ителмәй – ҡабул итеүсе белгестәр күрше кабинеттарҙа урынлаштырыла, уларҙың икешәр ҙә булыуы мөмкин, йәғни ЛОР менән стоматолог, хирург һәм ортопед бер бүлмәлә пациенттарҙы ҡабул итә.
– Әгәр ҙә балала берәй сир барлығы асыҡланһа, ул саҡта нисек? – тип һорайым Марсель Мәүлит улынан.
– Ундайҙар артабан ентекле итеп, төрлө аппараттарҙа тикшереү өсөн башҡа көнгә яҙҙырыла, – тип яуап бирҙе ул.
– Ә ниндәй ҙә булһа сәбәптәр менән билдәләнгән көндә килә алмағандар ни эшләй? – тип йәнә ҡыҙыҡһынам.
– Улар, үҙҙәренә уңайлы саҡта килеп, диспансерлаштырыу үтә ала, шулай уҡ ундайҙар өсөн август айына айырым график төҙөйбөҙ, – ти әңгәмәләшсем. – Бына, ҡарағыҙ, иҫкәртеү медицинаһы тикшереүе булған көндәрҙә ишектәргә ошондай яҙыуҙар ҡуябыҙ – был ата-әсәләргә лә, үҙаллы килгән балаларға ла йүнәлеш билдәләү өсөн бик уңайлы, – тип күрһәтә яҙыулы ҡағыҙҙарҙы Марсель Мәүлит улы.
Табиптарҙың эше бигерәк ауыр, тип уйлап ҡуйҙым – көнөнә 75-ләгән баланың сәләмәтлек торошон ҡара әле! Мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына барып ҡабул иткәндә, уларға тағы ла ауырыраҡтыр: 120 – 150 баланың һаулығы тикшерелә. Быны 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы табиптары һәр шаршамбы һәм кесе йома башҡара. Лаборанттар алдан барып анализ алғандан һуң, иртәгәһенә белгестәр үҙ эшен башлай.
– Шуныһы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Белгестәребеҙ беҙҙең поликлиникаға ҡараған балаларҙы ғына түгел, мәғариф учреждениеһындағы барлыҡ ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың да сәләмәтлеген тикшерә. Быны ҡалалағы бер поликлиника ла эшләмәй. Башҡа дауаханаларҙағы коллегаларыбыҙ беҙҙең был эште ҙур ярҙам булараҡ ҡабул итә, сөнки уларға беҙ бөтә тикшереүҙәр менән документтарҙы тапшырабыҙ, – ти Марсель Исмәғилев. – Беҙҙең ҡарамаҡтағы 71 балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙән тыш, махсус урта белем биреү учреждениеларындағы уҡыусыларҙы ла хеҙмәтләндерәбеҙ.
Был һүҙҙәрҙе тыңлағандан һуң, коридорға сығып, диспансерлаштырыу мәлен ҡарап торҙом. Кеше аҙ, хатта юҡ тиерлек. Ата-әсәләр балалары менән һәүетемсә генә бер кабинеттан икенсеһенә йөрөп тикшереү үтә. Саҡ ҡына тауыш күтәреп һөйләшеү ҙә юҡ. Ете йәшлек ҡыҙы Таисия менән килгән Станислав Владимирович Обозный: “Элек улым менән диспансерлаштырыу үтергә килгәндә, ғәләмәт сират була торғайны, этешеп-төртөшөп тигәндәй тикшерелеп, йонсоп ҡайтып китә инек. Ә бөгөн, күреүегеҙсә, тыныс ҡына үтәбеҙ”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Бик уңайлы, яҡшы ойошторолған. Медицинабыҙҙың алға китеүен, хәҙерге заман талаптарына ярашлы эшләүен күреп, поликлиниканан ҡыуанып, башҡа дауаханалар ҙа өлгө алһын ине, тигән теләк менән сыҡтым.
Гөлфиә ӘХМӘРОВА.