Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2022, 10:34

Иңендә – һүҙ ҡөҙрәте

Зиһен офоҡтарын байыта.

Һәр беребеҙ тормошта үҙ юлын үҙе эҙләй, үҙе таба. Йылғалар ҙа бит тулы һыулы, иркен, киң булып аҡҡанға тиклем бәләкәй инештән, бәләкәй генә юлаҡтан юл ала...

Егәрле, тынғыһыҙ нәшерсе Зөлфиә Ҡарабаева, ғүмер һуҡмағын, ижад юлын бала сағынан дөрөҫ төҫмөрләп, тәғәйенләп, күңелендә ынтылышлы маҡсаттар ҡуйып билдәләгән, хәҙер инде үҙе нисәмә йылдар нәшерләп донъяға сығарған изге рухлы, тәрән йөкмәткеле, фәһемле китаптарының һүҙ ҡөҙрәтенә сорналып, милләттәштәренең йөрәк, зиһен офоҡтарын байытырға, үҫтерергә тырышып йәшәй, хеҙмәт итә.

  

Тормош юлы – әҙәбиәттә

 

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаеваның ҙур етдилек һәм яуаплылыҡ талап иткән мәшәҡәтле лә, күләмле лә вазифаһындағы иң мөһим сифаттарының береһе – ниндәй генә хәлдәр килеп тыуһа ла, эргәңдәге хеҙмәттәштәреңдең, замандаштарыңдың күңелен ҡыйырһытмаҫлыҡ сабырлыҡ, кешелеклелек. Ҡасандыр үҙе һайлаған тормош юлына – әҙәбиәткә, илаһи һүҙ ҡөҙрәтенә 25 йыл (сирек быуат!) арымай-талмай хеҙмәт итә ул. Шуның 12 йылы – баш мөхәррир вазифаһында.

Зөлфиә Ҡарабаева Күгәрсен районының Ҡалдар ауылында 1972 йылдың 24 майында донъяға килә. 1989 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетында (1990 – 1995) белем ала.

1996 йылдан нәшриәттә эшләй башлай. Тәүҙә корректор, өлкән корректор, мөхәррир, календарҙар секторы мөдире кеүек яуаплы вазифалар башҡара. Үҙен ике телдә лә (башҡорт һәм рус) берҙәй һөҙөмтәле эшләй алған тәрән белемле, грамоталы мөхәррир итеп күрһәтә. Байтаҡ йылдарҙан һуң нәшриәт коллективы уға баш мөхәррир хеҙмәтен дә ышанып тапшыра.

“Быға тиклем үҙем күҙ алдына ла килтерә алмаған мәшәҡәттәр өҫтәлде”, – ти Зөлфиә Ҡарабаева. Тәжрибәмдән сығып әйтәм, был ысынлап та шулай: нәшриәттә дәреслектәр, ижтимағи-сәйәси баҫмалар, нәфис әҙәбиәт редакциялары, Башҡортостан халыҡтары әҙәбиәте секторынан тыш, полиграфия хеҙмәте менән бәйләүсе производство бүлеге, техник биҙәлеш, рәссамдар бүлеге, башҡорт һәм рус корректорҙары хеҙмәте, әҙер продукцияны – китаптарҙы реализациялау бүлеге, тотош нәшриәт хеҙмәтен иҡтисади-финанс яҡтан тәьмин итеү һәм планлаштырыу бүлектәре, башҡа ярҙамсы хеҙмәттәр менән шөғөлләнеүсе бүлектәр бар. Баш мөхәррир уларҙың барыһы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш. Бөтә редакцияларҙан әҙерләп тапшырылған һәм полиграфияға йыйырға бирелергә тейешле ҡулъяҙмаларҙы ҡарап ебәреү ҙә – баш мөхәррир иңендә. Икенсе ҡатҡа килгән корректураларҙы ла күҙ уңынан ебәрмәҫкә кәрәк, “баҫырға рөхсәт” фатихаһы ла баш мөхәррирҙең намыҫында. 200-ләп исемдә нәшер ителгән әҙәбиәттең тышҡы-эске техник, художество биҙәлешенә иғтибар итеү, мөхәррир ҡыҙҙарҙан юғары кимәлдә эш һәм хатаһыҙ китаптар талап итеү – уның мотлаҡ хеҙмәт бурысы. Шулай ҙа бөтә баҫма әҙәбиәттең һуңғы яҙмышы, донъяға сығарыу, нәшерләү өсөн төп фатиханы баш мөхәррир генә бирә, уның намыҫына төшкән оло яуаплылыҡ та тап ошо рөхсәт ҡултамғаһында. Китап уңамы, туңамы, тигәндәй, аҙаҡ маҡтауы ла, әрләүе лә баш мөхәррирҙең башына яуа...

“Авторҙар менән әңгәмә-һөйләшеүҙәр алып барыу ҙа еңелдән түгел, – ти уйсан, баҫалҡы нәшерсе Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы. – Әҙиптәребеҙҙең ҡайһы берҙәре бигерәк тә һуңғы йылдарҙа “Китап”ҡа бик йылы һүҙ әйтеп бармай. Сәбәбе билдәле инде уның: күптәренең китаптары йылдың-йылы пландан төшөп ҡала...”

Уларҙы аңларға була, сөнки һәр әҙип үҙенең үтенесен хаҡлы тип иҫәпләй. Нәшерселәрҙең ҡулынан килһә, һәр үтенесте ҡәнәғәтләндерергә тырышырҙар ине, әммә нәшриәттең планынан, иҡтисади-финанс мөмкинлектәре сигенән аша атлап сығып булмай. Был сетерекле хәлдәрҙе китабын сығарыуға өмөт иткән һәр әҙипкә нисек итеп аңлатаһың? Уларҙың байтағы быны аңлап та бөтмәй.

 

Нәшерселәр бирешмәй

 

Әле нәшриәт коллективы һәм баш мөхәррир 2022 йылдың тематик планын сифатлы, лайыҡлы итеп үтәү, уҡыусылар күңеленә хуш килерлек тәрән йөкмәткеле, зауыҡлы китаптар сығарыу, уларҙы уҡыусыларға еткереү тураһында уйлап, ҡайнап йәшәй. Шул уҡ ваҡытта 2023 йылды ла күҙ уңынан сығармай. Йәй айҙары башланыу менән, яңы темпланды барларға, иң кәрәкле баҫмаларҙы һайларға, йыл эсендә буласаҡ мөһим һәм иҫтәлекле тарихи даталарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Былар, һис шикһеҙ, баш мөхәррирҙең һәм уның тырыш, егәрле нәшерселәр командаһының иңендә. Директор дөйөм хужалыҡ итеү, иҡтисад-финанс, полиграфия, ҡағыҙ проблемалары менән янһа, баш мөхәррир мөхите әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт, сәйәсәт менән тығыҙ бәйләнгән, беҙҙең ижадҡа, рухҡа, күңелдәребеҙгә хеҙмәт итә. Улар көндәр, аҙналар буйы шул ижади мөхит, ижади мәшәҡәттәр, күҙҙәрендә өмөт тулы автор-әҙиптәр солғанышында ҡайнай.

Нисек кенә булмаһын, теге йәки был китапты донъяға сығарыуҙа баш мөхәррирҙең фекере, тимәк, зауығы, тормошҡа ҡарашы, күңел киңлеге, зиһен зирәклеге һәм тәрәнлеге баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнай. Баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева был бурыстарын да төптән аңлап эш итергә тырыша, сөнки “Китап”та нәшер ителгән шәп китаптар халыҡ араһына, уҡыусылар аудиторияһына барып етерлек, уларҙың күңел түренән, күңел кәштәһенән урын алырлыҡ булһын! Һуңғы һөҙөмтә фәҡәт шуға нигеҙләнергә тейеш!

Әммә хәҙер шәп китаптарҙың хаҡтары ла “шәп”, был мәсьәләгә лә етди ҡарай баш мөхәррир. Белеп, күреп торабыҙ: йәшәү, көнитмеш хаҡтары арта, тимәк, был проблема нәшриәткә лә ҡағыла. Һатыуға ҡуйылған китап хаҡтарының күтәрелеүе типография сығымдарының, бигерәк тә әлеге ваҡытта полиграфия хеҙмәттәренең, әлбиттә, ҡағыҙҙарының көн дә тиерлек артыуына бәйле. Баш мөхәррирҙең бындай борсоулы, мәшәҡәтле ваҡыттары күңелһеҙләнерҙәй һөҙөмтәләргә лә килтергеләй: ағымдағы тематик планды ҡайтанан ҡарап сығырға, исемлекте ҡыҫҡартырға, үҙгәрештәр индерергә тура килә...

100 йыллыҡ, тимәк, бер быуатлыҡ тарихы менән гүзәл Башҡортостаныбыҙға тиңдәш булған сал нәшриәтебеҙ әле Матбуғат йортона күсенеү алдында тора. Был үҙенә күрә замана талабылыр, бәлки. Бихисап ҡулъяҙмалар, тарихи баҫмалар, тимәк, киләсәк һәм буласаҡ авторҙары­быҙҙың рухи байлыҡтарын түкмәй-сәсмәй, сарыф итмәй барыр еренә алып барып еткереү мәшәҡәттәре лә баш мөхәррирҙең һәм уның ижади мөхитенең изге бурысында. Нәшерселәр бирешмәй, бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнгән улар.

Зөлфиә Ҡарабаева үҙенең сикһеҙ күп мәшәҡәттәренән арынған мәлдәрендә, төрлө баҫма проекттар өҫтөндә эшләргә лә ваҡыт таба. Уның етәкселегендә, йә булмаһа, үҙенең авторлығында байтаҡ әҙәби хеҙмәттәр тормошҡа ашырылған, зауыҡлы, төҫлө альбомдар, һайланма баҫмалар (эксклюзив) статусында нәшер ителгән. Бигерәк тә Башҡортостандың тарихи шәхестәренә, күренекле улдары-ҡыҙҙарының тормошона, хеҙмәттәренә арналған фотоальбомдар республикала ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә танылыу яуларға өлгөргән. Күпме арҙаҡлы шәхес­тәребеҙ үҙ милләттәштәренә ҡайтарылды: Б. Бикбай, Н. Нәжми, Һ. Дәүләтшина, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Ш. Бабич, Р. Шә­күр, М. Шайморатов, З. Аҡназаров, М. Шакиров, Р. Ғарипов, Г. Мөбәрәкова, Х. Ғәлимов, Х. Үтәшев, В. Позднов, В. Меос һәм башҡалар.

Баш ҡалабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары баш мөхәррир планлаштырған “У истоков уфаведения. Краткое описание губернского города”, “Неторопливые прогулки по Уфе”, “Уфа историческая. История архитектурного декора”, “Уфа историческая. Деревянные зодчества” тип исемләнгән тарихи китаптарҙы яратып ҡабул итте.

 

Арымай-талмай хеҙмәт итә

 

Мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлау, тергеҙеү, үҫтереү проблемалары ла З. Ҡарабаеваның йөрәгендә. Мәшһүр “Урал батыр” эпосы йыл аралаш тиерлек уҡыусыларҙың йәшен, милләтен, телен иҫәпкә алып, әленән-әле нәшер ителә. Хатта дүрт телдә нәшер ителгән йылдар булды: башҡорт, рус, инглиз, француз телдәрендә уҡып кинәнде уҡыусылар. Бигерәк тә ЮНЕСКО белешмә баҫмалары ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара сараларында киң һорау менән файҙаланылды. Республикабыҙ йәмәғәтселеге дүрт томдан торған “Населенные пункты РБ”, ике томлыҡ “Народы Башкортостана в переписях населения”, “100 лет Архивной службе РБ”, “Герои тыла” (егерме томда), “Книга памяти” (ете томда) баҫма хеҙмәттәрҙе лә уҡып кинәнде.

Йыл һайын үткәрелә килгән Республика Башлығының Яңы йыл шыршыһы байрамына әҙерләнгән ғәжәйеп зауыҡлы китап-альбомдар таң ҡалырлыҡ! Баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаеваның һәм ул етәкселек иткән берҙәм ижади кол­лективтың сағыу хеҙмәт емештәре улар! Ундай сағыу китаптарҙы ҡайһы саҡта күрмәй ҙә ҡалаһың, улар ҡулға ла теймәй тиҙ арала һатылып бөтә. Был йәһәттән “Китап” нәшриәте һуңғы йылдарҙа Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә район­дарында китап һатыу нөктәләрен ойошторҙо, хәҙер һәр яңы баҫма шул тарафтарға оҙатыла, нәҡ шул төбәк уҡыусыларының зауыҡ-талаптарын ҡәнәғәтләндерә.

Баш мөхәррир З. Ҡарабаеваның әүҙемлеге, тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылышлылығы арҡаһында “Китап”та электән нәшер ителеп килгән “Ҡәрҙәшлек кәштәһе” (1994 йылдан), “Йәштәр тауышы” (2005 йылдан) сериялары, башҡортса йыртма (1986 йылдан) һәм мосолман календарҙары (1999 йылдан) әле лә нәшер ителә, уҡыусыларҙың яратып уҡыған баҫмаларынан һанала. Тимәк, нәшриәттең ижад ҡитғаһы дөрөҫ йүнәлештә, мәғрифәтселек бурысы намыҫ менән атҡарыла.

Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы үҙе етәкселек иткән мөхәррирҙәр, нәшерселәр коллективында ғына түгел, ә бихисап авторҙар араһында, йәмәғәтселектә лә ҙур абруй яуларға өлгөргән. Кешеләргә, бигерәк тә авторҙарына ҡарата ихтирамлы, кеселекле, йомшаҡ һүҙле булғаны өсөн уның үҙен дә яраталар, яҡын күрәләр. Рәсәй нәшерселәре лә уның менән яҡшы таныш, сөнки йыл да үткәрелә килгән һәм төрлө ҡалаларҙа: Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, туғандаш республика­ларҙа ойошторолған Халыҡ-ара китап йәрминкәләрендә баш мөхәррир етәксе­легендә нәшер ителгән сағыу китаптар оло наградаларға лайыҡ була. Әлбиттә, баш мөхәррирҙең эште дөрөҫ ойоштора белеүе, уҡыусылар талабын яҡшы аңлауы был ҡаҙаныштарҙың нигеҙен тәшкил итә лә инде. Был йәһәттән “Китап” нәшриәте һәм уның данлы коллективы баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаеванан уңды, тип әйтергә баҙнат итәм.

Изге Ҡөрьәндә лә, Тәүратта ла беҙ, бәндәләргә, иң элек, изге һүҙ ебәрелгән, тиелә. Зиһендәребеҙҙе яҡтыртыусы, күңелдәребеҙҙе байытыусы китапта­рыбыҙҙың һәм нәшриәтебеҙҙең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы бар булмышын, бар маҡсатын шул изге китаптарҙағы илаһи һүҙҙең ҡөҙрәтен үҫтереүгә, ҡеүәтләүгә һала, арымай-талмай хеҙмәт итә.

“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы­ның Рәхмәт хатына, Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар ми­нистр­лығының, Башҡортостан Республи­каһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған нәшерсе-баш мөхәррир Зөлфиә Шәриф­йән ҡыҙы Ҡарабаева ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй. Уға артабан да ныҡлы һаулыҡ, изге маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

 

Олия ҒИЛӘЖЕТДИНОВА, баш мөхәррир урынбаҫары:

– Артабан да “Китап” нәшриәтендә баш мөхәрриребеҙ етәкселегендә тәрән йөкмәткеле,  матур-матур сағыу баҫмалар өҫтөндә ең һыҙғанып эшләргә, яңы идеяларҙы тормошҡа ашырырға ниәтебеҙ ҙур...

 

Әлфиә ТЕЛӘМОВА, балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире:

– Үҙ эштәренә бирелгән, кешеләр, авторҙар менән һәйбәт мөнәсәбәттә була белгәндәр генә нәшриәтебеҙҙә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә алалыр. Баш мөхәрриребеҙ Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы  – шундайҙар рәтендә. Коллегалары күп, һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы мөнәсәбәттә хәлдәрен белешеп, кәрәк икән, тел ярҙамынан, ҡул ярҙамынан да баш тартмай. Бал ҡорто күселәй ҡайнап торған коллективтың тырыш хеҙмәте Зөлфиә Ҡарабаеваның аҡыллы кәңәштәре, осҡор ҡараштары, кешелекле, яғымлы мөнәсәбәте менән атҡарыла, көйләнә.

 

Эльвира ЯҠУПОВА, нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире:

– Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте милли мәҙәниәт, мәғариф, әҙәбиәт, рухиәт һағында торған алдынғы предприятие һанала. Бында үҙ эшенең оҫталары – маһир нәшерселәрҙең тырышлығы менән уҡыусыларҙың зауығына тура килерҙәй бай йөкмәткеле, сағыу биҙәлешле баҫмалар донъя күрә. Һәр баҫма баш мөхәррирҙең үткер күҙе аша үтә, донъяға уның фатихаһы менән юл ала.

 

Гөлсәсәк РАЯНОВА, дәреслектәр  һәм уҡыу ҡулланмалары редакцияһы мөдире:

– Нәшриәттәге дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары редакцияһы тотош Башҡортостан мәктәптәрен үҙ ваҡытында, кәрәкле мәлендә тейешле әсбаптар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә ала икән, был хеҙмәт һөҙөмтәләре баш мөхәрриребеҙ З. Ҡарабаеваның етди талапсанлығы, оло яуаплылығы менән атҡарыла. Артабан да берҙәм, татыу һәм емешле эшләрбеҙ тигән теләктә ҡалабыҙ.

 

Эльвира ХӘЙРЕТДИНОВА, айырым төр баҫмалар редакцияһы мөдире:

– Баш мөхәрриребеҙ Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы өсөн “Китап”та эшләү – профессиональ кимәлдә үҫешеү, өҙлөкһөҙ эҙләнеү, өйрәнеү, тәжрибә туплау, камиллашыу нигеҙе! Маһир нәшерсе һәр саҡ яңы алымдар менән ҡыҙыҡһынып бара, авторҙар, китап уҡыусылар менән бәйләнеште өҙмәй. Эшһөйәрлеге, булдыҡлылығы, ярҙамсыллығы өсөн уны тәрән ихтирам итәбеҙ.

Ғәлиә ҒӘЛИМОВА,

нәшриәт ветераны, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Айырым төр баҫмалар редакцияһы ҡыҙҙары Зөлфиә Ҡарабаева, Фирҙәүсә Бикташева, редакция мөдире Гөлназ Данилова, баш мөхәррир Ғәлиә Ғәлимова (2002 йыл).
Айырым төр баҫмалар редакцияһы ҡыҙҙары Зөлфиә Ҡарабаева, Фирҙәүсә Бикташева, редакция мөдире Гөлназ Данилова, баш мөхәррир Ғәлиә Ғәлимова (2002 йыл).
Читайте нас: