Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2022, 22:30

“Кадрҙар барыһын да хәл итә”

Был һүҙҙәр хәҙер ҙә көнүҙәк.

“Кадрҙар барыһын да хәл итә”
“Кадрҙар барыһын да хәл итә”

Рәсәй кадрҙар хеҙмәткәрҙәре көнөндә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы менән берлектә һаулыҡ һаҡлау ойошмалары кадрҙар хеҙмәте етәкселәренең беренсе төбәк форумын ойошторҙо.

Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин был сараның пациенттар менән туранан-тура аралашмаған, әммә дауаханалар эшмәкәрлегендә өлөшө ҙур булған хеҙмәткәрҙәргә арналыуын, “кадрҙар барыһын да хәл итә” тигән һүҙҙәрҙең бөгөн дә көнүҙәклеген билдәләне.

Кадрҙар хеҙмәткәрҙәре шарттарҙың уңайлы булыуын, хеҙмәт килешеүҙәренең үтәлеүен күҙәтә, профсоюздар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, ирекмәндәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, йәш белгестәргә, хеҙмәткәрҙәргә төрлө яҡлап булышлыҡ күрһәтә.

“Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, тармаҡтағы төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының партнеры булып иҫәпләнә. Беҙ бергәләп төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләйбеҙ, медицина хеҙмәткәрҙәренә борсоған һорауҙары буйынса ярҙам итәбеҙ. Был форум беҙгә тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләргә этәргес буласаҡ”, – тине Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре профсоюзы аппараты рәйесе Рауил Хәлфин.

Сара барышында тармаҡ эшмәкәрлегенә ҡағылған башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды, иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр дәүләт һәм ведомство наградаларына лайыҡ булды.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: